Все новости
Хаттар
24 Ноября 2016, 02:03

«ҮҪЕШ АЛДЫМ»

Үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә республика күләмендә «Йыл тәрбиәсеһе — 2016» конкурсы үтте.

Үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә республика күләмендә «Йыл тәрбиәсеһе — 2016» конкурсы үтте. Сарала, 59 конкурсант араһында, районыбыҙҙан Морапталдың «Алһыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльмира Әхмәтгәрәева ла ҡатнашты. Ул районыбыҙҙа үткән «Йыл тәрбиәсеһе — 2016» бәйгеһендә ҡатнашып еңеү яулағайны. «Өс турҙан үткән бәйге бик оҡшаны. Үҙем өсөн үҫеш алдым, икенсе тапҡыр барһаҡ һис шикһеҙ призлы урынды алып ҡайтырбыҙ. Киләсәктә ошондай сараларҙа йәштәребеҙ ҙә әүҙемерәк ҡатнашһын ине. Үҙҙәренә тәжрибә алырҙар, белемдәрен арттырырҙар.
Сарала ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәрендә баҡсабыҙ мөдире Фәйрүзә Закирова етәкселегендә бөтә коллективым ярҙамын тойҙом, уларға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ минең менән Өфөгә барыусы коллегам Роза Хәйруллинаға, Яҡут балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсимә Ялсыҡаеваға ла оло рәхмәттәремде еткерәм», - ти 22 йыл тәрбиәсе булып эшләгән Эльмира Венер ҡыҙы.
Читайте нас: