Все новости
Хаттар
24 Ноября 2016, 02:00

ИЗГЕЛЕКТЕҢ БАҺАҺЫ ҘУР

Ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза беҙҙән һорап килмәй. Сентябрь аҙаҡтарында Яңы Ямаш ауылындағы бер ғаиләнең һарайы, ике эҫкерт бесәне янды.

Ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза беҙҙән һорап килмәй. Сентябрь аҙаҡтарында Яңы Ямаш ауылындағы бер ғаиләнең һарайы, ике эҫкерт бесәне янды. Мөлкәт, көс түгеп әҙерләнгән мал аҙығы шулай бер төндә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Донъяла мәрхәмәтле кешеләр бөтмәгән. Керәүле-Илюшкинда йәшәгән беҙҙең ауыл советы депутаты Ришат Ғәббәсов уттан зыян күргән ғаиләгә бер трактор арбаһы бесән бирҙе. Ауылдаштарыбыҙ ҙа битараф ҡалманы. Фәһим Йәнбирҙин үҙененең әҙерләгән бесәненән шул тиклем өлөш сығарһа, Альберт Рәхимов яландан үҙе саптырып тағы бер трактор арбаһы бесән килтереп ауҙарҙы.
Хәсрәткә батҡан ғаилә өсөн был ҙур ярҙам. Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле кешеләр. Изгелегегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Читайте нас: