Все новости
Хаттар
24 Ноября 2016, 02:01

РӘХӘТЛӘНЕП УРЛАЙҘАР

Нимә ул коррупция? Ул – мин һиңә, һин миңә принцибы менән эш итеү.

Нимә ул коррупция? Ул – мин һиңә, һин миңә принцибы менән эш итеү. Әйтәйек, бер нәмә кәрәк булһа, аҡса йәки ҡыйбатлы тундар, бүректәр, алтын-көмөш менән биҙәүес әйберҙәр ярҙамында кешене һатып алып була. Хан заманында ла ундай мәсьәләләрҙе шул уҡ юл менән хәл иткәндәр. Кәрәк булһа, ханға бүләк тапшырғандар. Күберәк, мулыраҡ сумдырһаң, шул тиклем ышаныслыраҡ булған һәм теләгең ыңғай хәл ителгән. Коммунистар заманында ла дәүләт милкенә ҡул һуҙыусылар осраны, тик булыр булыр ҙа был хәтлем дә ҡаҙна бурҙары булманы. Хәтеремдә Леонид Ильич Брежнев заманында ил бюджеты 32 миллиард һум ине, ул аҡса Куба, Вьетнам, Конго, Лаосҡа һәм башҡа илдәргә етә ине. Ошо һәм башҡа илдәр алып торған аҡсаны ҡайтарып бирмәне. Аҙаҡ килеп беҙҙең ил ул аҡсаларҙы ғәмәлдән сығарҙы, йәғни бурыстарын ғәфү итте.
Рәсәйҙәге һуңғы ваҡиғаларға килһәк, ҡаҙна бурҙары ғәләмәт ныҡ күбәйеп китте. Ил ВВП-һының 25%-ы хәҙер уғрылар ҡулында. АҠШ-та иһә ул 6% ҡына тәшкил итә. Бы-йыл министр Улекаев, губернаторҙар Хоршавин, Гейзер, Белых, полковник Захарченко миллионлап, хатта миллиардлап аҡса үҙләштерҙеләр. Унан алдағы йылдарҙа Евгения Васильеваның нимәләр ҡыланғанын яҡшы беләһегеҙ. Ошоноң һымаҡ ҡаҙна бурҙары ил иҡтисадын эстән ҡаҡшата. Ошо аҡса уғрылары илдәге эшһеҙлекте, аҡса түләй алмауҙы көсәйтә. Йөҙ йыл эсендә илдә 5 тапҡыр аҡса алышынды, биш тапҡыр илдең Конституцияһы үҙгәрҙе. Һуңғы тапҡыр илдә 1993 йылда яңы Конституция ҡабул ителде. Унда коррупция тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, тиҙәр. Шуға рәхәтләнеп урлайҙар. Ҡурҡмайҙар, миллардлап урлаһалар ҙа, 2-3 йыл төрмәлә ҡунаҡ урынына яталар ҙа, уларҙы сығарып ебәрәләр. Бәлки, мин бик ҡаты яҙамдыр, әммә шундай ҡәтғи фекерҙәмен: ошо ҡаҙна ҡараҡтарының бар мөлкәтен тартып алып, үҙҙәрен кеше йәшәмәгән ергә илтеп ташларға ине. Ашарға тапһалар, йәшәрҙәр, йәшәй алмаһалар инде, ярлыға ла, байға ла ике метр ер етә. Енәйәтселәрҙе төрмәлә ашатып ятҡырыу дөрөҫ түгел. Ризыҡ харам уларға. Бурҙарҙы ашатҡансы етемдәрҙе, ярлыларҙы ҡарар кәрәк.

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды мәғлүмәттәре буйынса, ришүәт алған иң күп ғәйепләнеүселәр: чиновниктар (50%-тан ашыу), медицина хеҙмәткәрҙәре (29%) һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре (10%).

Һуңғы йылдарҙағы Рәсәйҙең ришүәт менән бәйле иң билдәле коррупцион хәлдәр йәки кем күпме урлаған:

Иҡтисад үҫеше министры Алексей Улюкаев 2 млн. доллар (329 млрд. һум) ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Коррупция менән көрәшеүсе Эске эштәр министрлығы полковнигы Дмитрий Захарченко үҙ фатирында 9 млрд. һумлыҡ валюта менән тотола. Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых сит ил эшҡыуарҙарына ярҙам итергә вәғәҙә итеп, 400 мең евро (24,1 млн. һум) алыуҙа ғәйепләнә. Ә Сахалин өлкәһе губернаторы Александр Хорошавиндың 522 млн. һум ришүәт алыуы асыҡлана.
Читайте нас: