Все новости
Хаттар
25 Ноября 2016, 01:47

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре!

Мин Яҡшымбәт ауылының хеҙмәт ветераны, уҡытыусы буламын. Һеҙгә күп сәләмдәр ебәреп ҡалам.

Мин Яҡшымбәт ауылының хеҙмәт ветераны, уҡытыусы буламын. Һеҙгә күп сәләмдәр ебәреп ҡалам. 2017 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылып, бабайым менән туған телебеҙҙә донъя күреүсе шундай матбуғат баҫмаһы барлығына ҡыуанып ултырабыҙ. «Юшатыр»ҙың һәр һаны килгәнен көтөп алабыҙ. Унан район тормошон уҡып беләбеҙ, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барабыҙ.
Еңелдән булмаған эшегеҙҙә сабырлыҡ, түҙемлек һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Милли телдәге гәзитебеҙ йәшәһен, ҡәләм оҫталарыбыҙ гелән шулай заман һулышын һиҙгер тойоп эш итһен!
Читайте нас: