Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң Дәүләтҡол ауылында йәшәүсе Герой Әсә Сәлимә Муллағәли ҡыҙы Ишбирҙина 83 йәшендә вафат булды. Мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатырға ауылдаштары, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары һәм, әлбиттә, балалары йыйылды ул саҡта.
Ун балаға ғүмер биргән әсә һуңғы һулышын ҡыҙы Нурсилә өйөндә ала. Балалары һәр береһе ауырыу әсәйҙәрен онотмай, килеп–китеп йөрөйҙәр. Әсәйҙәренең 80 йәшен гөрләтеп уҙғаралар. 37 ейәне, 45 бүлә–бүләсәре Сәлимә Муллағәли ҡыҙын ҡотларға, йылы һүҙҙәрен әйтергә ашыға. Һәр береһенә йөрәк йылыһы етә батыр әсәнең. 45 йәшендә һөйөклө ире башҡа ҡатынды эйәртеп ауылынан сығып китә. Иң ҙур ҡыҙына – 24, кескенә Гөлдәренә 4 ай була ул ваҡытта. Хыянатты, һөйөклө иренең ғаиләһен, 10 балаһын ташлап китеүен бик ауыр кисерә әсә. Төрлө саҡтар була, күпме күҙ йәше, күпме ауырлыҡтар, әрнеү–рәнйеүҙәр кисерә Сәлимә апайым. Әммә бирешмәй, балаларын аяҡҡа баҫтырыу, кеше итеү өсөн бар көсөн һала. Ул саҡтарҙа магазинға көн дә икмәк килтереп һатыу ҡайҙа инде. Көн һайын мейес тултырып икмәк һала, ас–яланғас итмәй ғәзиздәрен. Ун балаһына ла туйҙар яһай, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙамлаша. Алсаҡ, эскер-һеҙ, ярҙамсыл булғаны өсөн хөрмәт итә уны ауылдаштары. Кешегә ҡаты бәрелмәй, ғәйбәттән азат булып ғүмер итә ул. Бөгөн уны ҡыҙҙары, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре һағына, юҡһына. Оло йөрәкле, батыр әсәнең дауамы булып тағы ла өс тыуа-тыуасары үҫеп килә.