Все новости
Хаттар
25 Ноября 2016, 01:51

ИЛҺАМЛЫ МИНУТТАР

Яңы Мораптал урта мәктәбендә фәһемле осрашыуҙар йыш үткәрелеп тора.

Яңы Мораптал урта мәктәбендә фәһемле осрашыуҙар йыш үткәрелеп тора. Күптән түгел уҡыу йортона осрашыуға шағирәләр: юғары категориялы өлкән методист, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Рәмилә Иҫәнғолова, Яңы Мораптал ауылынан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Б. Бикбай исемендәге премия лауреаты, шағирә Сулпан Миңлебаева килде.

Рәмилә Иҫәнғолова шиғырҙар яҙыу менән нисә йәштән мауыға башлауы, ниндәй темаларға ижад итергә яратыуы хаҡында һөйләне һәм тыуған яҡҡа арналған шиғырҙарын уҡыны. Сулпан Миңлебаева Күмертауҙа яңыраҡ үткән яҙыусылар ойошмаһының 20 йыллыҡ юбилейы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, шиғырҙарын уҡып үтте. Осрашыуға Учалы ҡалаһынан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Шәүлиә Зөлҡәрнәева ла саҡырылғайны. Үкенескә ҡаршы, ул килә алманы. Мәктәбебеҙҙең иң оҫта шиғыр һөйләүселәре Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның, Рәмилә Иҫәнғолованың шиғырҙарын башҡорт, татар телдәрендә тасуири уҡыны һәм шағирәләр ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Шиғырҙы сәнғәтле уҡый, шиғырҙың асылына төшөнөп тыңлай белһә, ундай кешелә насар уйҙар булмаясаҡ. Был осрашыуҙан балалар илһам, тормоштоң ҡәҙерен, матурлығын тоя белергә ынтылыш алды.

Читайте нас: