СПИД. Был һүҙ барыбыҙға ла таныш һәм һаман да Бөтә донъя проблемаһы булып килә...
СПИД проблемаһы медицина өлкәһенә генә ҡағылмай, ул шулай уҡ психология һәм социаль өлкәне лә борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ беҙҙең барыбыҙ ҙа СПИД менән ауырығандарға, ВИЧ-инфекция йөрөткәндәргә кешесә мөнәсәбәт һаҡлай белергә тейешбеҙ. Кеше психикаһы шулай яраҡлашҡан: һәр кемдең күңеле төпкөлөндә «минең менән ундай бәлә булмаясаҡ, мин көслө, мин быны контролдә тотам» тигән ышаныс йәшәй. Хатта, теге йәки был сәбәптән теге донъяға киткән бик билдәле кешеләрҙең оҙон исемлеге лә беҙҙе бер ҙә киреһенә ышандырмай. Наркотиктың ҡасан да булһа тормошобоҙҙоң өҫтөн аҫҡа әйләндерәсәге — әсе хәҡиҡәт.
Күп йылдар инде, 1 декабрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә, төрлө акциялар үткәрелә. Был ваҡиғаның төп символы — ҡыҙыл таҫма.
Мораптал ауыл китапханаһында Зимфира Дәүләтсурина етәкселегендәге «ВИЧ. СПИД. Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре» тигән акция сиктәрендә ауыл халҡына «ВИЧ-ты туҡтатыу өсөн 5 аҙым» тигән иҫкәрмәләр таратылды. Шулай уҡ Зимфира Шамил ҡыҙы өлкән класс уҡыусылары менән «Ихтыярһыҙлыҡ өсөн түләү» тигән темаға һөйләшеү үткәрҙе.