Үткән аҙнала урам яҡтан йортобоҙға керә торған ерҙән һыу торбаһы тишелеп сыҡты. Уны туҡтатып булмай, урғылып ағып тик ята. Күршеләребеҙ менән һыуһыҙ ҡалдыҡ. Аптырап, трактор эҙләп, ҡайҙа ғына шылтыратып ҡараманым. Зәк-Ишмәттә трактор бар, тигәстәр, унда шылтыраттым. Үҙҙәренең эштәре күп, бара алмаҫтар, тинеләр. Таймаҫҡа ла, башҡа урындарға ла шылтыраттым, файҙа булманы. Шулайтып 5-6 көн үтеп китте. Шунан бер көн кейәүем Дамир Исхаҡов шылтыратып хәлемде белеште: «Эй, һыу юҡ әле, һыуһыҙ ултырабыҙ», - тип аһ-зарҙарымды бәйән иттем. Ул «Южурал-Ойл» йәмғиәтендә хеҙмәт итә. «Ярай, мин директор менән һөйләшеп ҡарармын әле», - тине ул. Күп тә үтмәне «Южурал-Ойл»дың генераль директоры Зиннур Исхаҡов тракторын да ебәртте. Минең ҡыуаныуымды белһәгеҙ! «Ысын ир-егеттәребеҙ бөтмәгән икән әле», - тип, эй шатландым. Трактор менән бергә Свобода ауылында йәшәгән кейәүем Рәфҡәт Зәйнәғәбдинов иретеп-йәбештереү ҡорамалдарын тотоп, килеп тә етте. Шулай итеп, улар күмәк көс менән тиҙ генә торбаларҙы йүнәтеп, беҙҙе һыу менән тәьмин итеп китте. Ҡыш көнө һыуһыҙ ҡалыуҙары бигерәк ҡыйын. Яңы йылда ла һыуһыҙ ултырырбыҙмы икән, тип ҡурҡҡайныҡ. Ҡар һыуын иретеп эсерҙәй булдыҡ, хатта. Силсәүиттә тракторҙың булмауы ҡыйын шул. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торған Зиннур Закир улына рәхмәттәремде әйтеп тә бөтөрлөк түгел. Шулай уҡ кейәүҙәремә лә мең рәхмәтлемен. Редакция аша уларға иң изге теләктәремде еткергем килә. Арабыҙҙа шундай изге күңелле кешеләрҙең булыуы шатландыра.