Шулай тибеҙ ҙә ул, нисек ҡаршылайбыҙ һуң уны? РФ Президенты В. Путин, илдә ҡалдыҡ сүп-сар 100 миллиард тонна тәшкил итә һәм 4 миллион ерҙе бысратып ята, тине.
Башҡортостанда һөрөнтө ерҙәр 3 миллион гектар, урман һәм урман һыҙаттары менән бергә 6 миллион 400 мең гектар самаһы тәшкил итә. Ни өсөн беҙҙең илдә ҡалдыҡтар күп? Сөнки икенсел эшкәртеү предприятиелары, заводтар юҡ. Нефтты ғына алайыҡ, былтыр, яңғылышмаһам, 526 миллион тонна етештерелгән, шуның яртыһы шул килеш һатылһа, башҡа илдәргә ҡалғаны нефть заводтарында эшкәртелеп һатыла бит. Бер тонна нефттан Рәсәй буйынса 74%, Башҡортостан буйынса 84% продукция алына, ҡалған 26-16% мазут булып ТЭЦ-тарҙа, ҡаҙанлыҡтарҙа яғыла йәғни, төтөнгә әйләнеп, атмосфераны, тирә-яҡ мөхитте бысрата.
Ағас эшкәртеүгә килгәндә, урмандарҙы рәхимһеҙ ҡырҡабыҙ, тапайбыҙ, ауыр техника менән ботаҡтарын, остарын ҡыш көнө үртәйбеҙ. Һауаны бысратабыҙ. Ағас төҙөлөш өсөн генә түгел, ҡағыҙ эшләү өсөн дә кәрәк бит. Элек ошо картон ҡағыҙҙы табып булмай ине. Тракторҙың ҡайһы еренә кәрәк, шунда картондан прокладка эшләй инек. Хәҙер өр-яңы картон ҡумталарҙы утҡа яғабыҙ. Элек, беҙ мәктәптә уҡыған саҡта, макалатура йыйып тапшырырға задание бирелә ине.
Иң борсоғаны шул: һыу, һыра һәм башҡа эсемлек һалынған пластик шешәләр. Улар менән хәҙер һыу буйҙары, туғай-урмандар тулған. Буш тараларҙы берәү ҙә йыймай, уларҙы икенсел юл менән эшкәртеп була бит. Ошо макалатура һәм буш шешәләрҙе районыбыҙҙа берәй эшҡыуар йыйып эшкәртергә тотонһа, былай ерҙе бысратып ятмаҫтар ине.
Ауылдарҙа элек ни өсөн таҙа булды? Сөнки һыуҙы йылғанан ташып эстек, һыйыр-һарыҡ тиҙәген яғыулыҡҡа тотондоҡ. Ни өсөн йылғалар бысраҡ? Сөнки һыу һәр беребеҙҙең өйөндә. Һыйыр тиҙәге менән дә шул хәл. Ни өсөн тигәндә газ яғабыҙ. Күп кешеләр, бәлки, белмәйҙер, һыу буйында сереп ятҡан ағастар углекислый газ сығарып, кислородты ашай. Һыуҙың бысраныуы ауылдарҙың бөтөүенән дә тора. Беҙҙән аша аҡҡан Шайтан йылғаһы буйында урынлашҡан Саратский, Васильевка, Урта Мотал һәм Түбәнге Мотал ауылдары күптән юҡ инде. Һыу тирмәндәре Үрге Мотал, Васильевка, Түбәнге Моталда була торғайны. Тирмәнселәр һыуҙы ағас-таштан таҙартып тора ине. Сөнки ағас тирмән ҡулсаһына килеп керһә, берәй нәмәһен ватмай ҡалмай. Шул арҡала тирмән тартыу оҙаҡҡа туҡтай.
Тормошбоҙҙо алға ебәрер өсөн яңы закондар кәрәк. Ул да булһа – муниципаль берәмектәр тормошона ҡағылышлы 131-се Федераль законға үҙгәрештәр индереү. Әлеге мәлдә ауыл хакимиәттәре үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш. Был закондың камилһыҙлығынан халыҡ яфалана. Мәҫәлән, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте биләмәһендә төҙөлөшкә яраҡлы ҡырсынташ, ҡом бар. Ошоларҙы силсәүит һата алмай, ә кемдәрҙер урлап һатып байыға, хатта уларҙан Ырымбур өлкәһенән дә килеп алалар. Тағы ла силсәүиттәрҙең үҙҙәренә генә тәғәйен арбаһы менән бергә «Беларусь» тракторы кәрәк. Ни өсөн? Әйтәйек, Шайтан йылғаһын таҙартырға тура килһә, оҙон трослы тракторһыҙ булмай , кешеләр көсө етмәҫлек йыуан өйәнкеләр һыуҙы быуып арҡыры ята, трослы трактор ярҙамында ғына шул ағастарҙы тартып сығарып була. Ул саҡ ауыл хужалығы кооперативының, фермерҙарҙың тракторҙары бесән эшләгән ваҡытҡа тура килә. Бына шундай мәлдә тәбиғәтте таҙа тотоу, шулай уҡ башҡа социаль-көнкүреш мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн кәрәк тә инде ул «Беларусь».