Юшатыр
-3 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
8 Сентября 2017, 16:17
«ЗӘКИӘ» МӘСЕТЕНДӘ ҠОРБАН БАЙРАМЫ
Иҫке Мораптал ауылы халҡы гөр килеп яңы һалынған «Зәкиә» мәсете ихатаһында Ҡорбан байрамын үткәрҙе. Иң беренсе имамыбыҙ Рәфҡәт Фәрғәт улы Рахманғолов ғәйет намаҙы уҡып, вәғәздәр һөйләп, байрамды асты.

Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан салып, аш-һыу әҙерләнде. Колхозыбыҙ рәйесе Рәмил Ғиләж улы Туҡаевҡа күрһәткән ярҙамы, иғтибары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ оло рәхмәтебеҙҙе беҙҙе тәмле аш, былауҙар бешереп һыйлаған Мәүлиҙә Юлбаева, Зөһрә Абукаева, Гөлнара Мөлөкова, Лилиә Хәсәнова, Зифа Ниғмәтуллина, Айһылыу Назароваларға еткерәбеҙ. Уларға Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ бирһен. Был сара халыҡҡа бик оҡшаны. Илдәребеҙ тыныс булып, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы дауам итеп, алдағы йылдарҙа ла байрамдарҙы шулай үткәрергә Хоҙай насип итһен.
Нәсиә НИҒМӘТУЛЛИНА
Иҫке Мораптал ауылы
Автор фотоһы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?