Все новости
Хаттар
15 Сентября 2017, 15:40

МОРАПТАЛ СӘСКӘЛӘРЕ ХӘНИӘ ФӘРХИ ҠӘБЕРЛЕГЕНДӘ

Яңы Морапталда танылған татар йырсыһы, беҙҙең тормоштоң кире яҡтарын аяуһыҙ тәнҡитләп тә сығыш яһаған Илсөйә Бәҙретдинова гастролдә булып китте.

Яңы Морапталда танылған татар йырсыһы, беҙҙең тормоштоң кире яҡтарын аяуһыҙ тәнҡитләп тә сығыш яһаған Илсөйә Бәҙретдинова гастролдә булып китте.

Быйыл беҙҙең эстрада ҙур юғалтыу кисерҙе — яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхи яҡты донъяны мәңгелеккә ташлап китте. Яңы Морапталдың сәнғәткә ғашиҡ тамашасыһы һәр артисты ярата. Әле «Юшатыр»ға ошондай йөкмәткеле хат килде: «Илсөя Бәҙретдинова Яңы Мораптал мәҙәниәт йортона концерт менән 8 сентябрҙә килде. Беҙ Илсөйә Бәҙретдиноваға барлыҡ Мораптал халҡы исеменән Хәния Фәрхи ҡәберлегенә алып барып һалырға, тип сәскәләр биреп ебәргәйнек. Бына Илсөя Бәҙретдинова уларҙы Хәния апайға тапшырған. Ҙур рәхмәт әйтәбеҙ уға һәм ошо ҡыуанысыбыҙҙы һеҙҙең менән дә уртаҡлашҡыбыҙ килә», - ти Яңы Мораптал ауылы халҡы.

Венер Хәмитов
Яңы Мораптал ауылы

Читайте нас: