Все новости
Хаттар
15 Сентября 2017, 15:44

ПОМИДОР-ҺАҠСЫ

Бына инде тағыла бер йылдың иң йәмле айҙары — йәй көндәре уҙып та китте. Әлбиттә, йәй ваҡытында берәү ҙә тик ултырмағандыр, ә ҡаҙ сепейе көтөп, рәхәтләнеп эҫе көндәрҙә яланда бесән эшләп, баҡсала йәшелсәләр үҫтергәндәрҙер, тип уйлайым. Ҡотлоюл ауылында ла эш гөрләне: өләсәйем Зифа Ибраһимова һаман да баҡсаһынан йыйған йәшелсәләренән ҡыуанып бөтә алмай.

Ауылымды һағынып, уҡыуҙан һуң ял көндәренә ҡайтҡас, өләсәйем бер ҡыҙыҡ күрһәтәм, тип саҡырып алды. Мин инде өләсәй-олатайымды ла, өләсәйемдең тәмлекәстәрен дә һағынып, йүгерә һалдым уларҙың янына Зифа өләсәйем миңә былай, тип һөйләй башланы: «Бер көндө, баҡсала йәшелсәләр йыйып йөрөһәм, помидор араһында бер үҙенсә ҡыҙыҡ помидор таптым. Уның хатта күҙҙәре лә, танауы ла бар бит әле ул, кеше һымаҡ. Ысынлап та, «Помидор-һаҡсы» үҫкән дә ҡуйған. Өләсәйемдең йыл да помидорҙары уңа, ә быйыл бер помидорының уртаса ауырлығы 800 грамм булған. Өләсәйем шатлана: «Баҡса ла уңды, хатта «Помидор-һаҡсы» ла үҫте», - тип.

Ә һеҙҙә помидорҙар бармы? Помидорҙы ҡайҙа ҡуйырға баш ватып ултырһағыҙ, мин һеҙгә еңел генә ҡышҡылыҡҡа салат өйрәтәм. Уның өсөн кәрәк була: 2 кг помидор, 1 әсе борос, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 1 кг баклажан, 1 сөсө борос һәм 1 аш ҡалағы уксусҡа 100 мг һыу ҡушаһың да, ҡаҙанда рәхәтләнеп 20 минут буйына ҡайнатаһың. Шундай еңел һәм бик тәмле салат була ҡышҡылыҡҡа.

Ашығыҙ тәмле булһын, баҡсаларығыҙҙа йәшелсәләр һәм һаҡсылар үҫеп торһон, тип кенә теләргә ҡала.

Розалина ИБРАҺИМОВА,

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 10 «Б» класы уҡыусыһы, «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы

Читайте нас: