Все новости
Хаттар
15 Сентября 2017, 15:50

ЯМАН ҠОРҺАҠ ШАРТЛАҺЫН

Туйып һикерәбеҙме, әллә яҡшы ризыҡ ҡалғансы, яман ҡорһаҡ шартлаһын, тибеҙме? Кеше булғас, ашамайынса йәшәп булмай, беҙ фәрештә түгел, бигерәк тә бөгөнгө муллыҡ заманында аш мәжлестәрендә табынға ризыҡ, һауыт-һаба ҡуйырға урын эҙләп ыҙа сиккәндә күтәрелгән мәсьәләнең актуаллеге тағын да арта.

Туйып һикерәбеҙме, әллә яҡшы ризыҡ ҡалғансы, яман ҡорһаҡ шартлаһын, тибеҙме? Кеше булғас, ашамайынса йәшәп булмай, беҙ фәрештә түгел, бигерәк тә бөгөнгө муллыҡ заманында аш мәжлестәрендә табынға ризыҡ, һауыт-һаба ҡуйырға урын эҙләп ыҙа сиккәндә күтәрелгән мәсьәләнең актуаллеге тағын да арта.

Башҡорт халҡы бик йомарт. Элекке заманда улай түгел бит инде, ашҡа барһаң өҫтәлеңдең ике башында ике сеүәтә ҡатыҡ, тоҙ, һуған торһа, бөгөн өҫтәлгә тәрилкә ҡуйырға урын юҡ, иттең генә нисә төрөн бешерәләр? Йыш ҡына беҙ ашалмай ҡалған ризыҡты әрәм булмаһын инде изге һылтауҙар менән нәфсебеҙҙе бәйҙән ысҡындырабыҙ. Ләкин ҡомһоҙҙарса исраф менән көрәшергә тотонғанса аңларға кәрәк. Исраф тип әрәм киткән йәки файҙаһыҙға сарыф ителгәнде атайҙар. Өҫтәлдә ҡалған ризыҡ бер ҙә булмаһа ҡош-ҡортто, этте һөйөндөрөр, улар ҙа йән эйәләре, әммә саманан артығы мәжбүри ҡорһаҡҡа керһә, һаулыҡты ҡаҡшата, ашҡаҙан, бауыр ауырта, шунан төрлө дарыуҙар эсәбеҙ. Әгәр тәнең һаулығы өсөн күпмелер ашағаның етә икән, артығын ашау исраф була. Уныһы тәнгә көс бирер урынға, зәғифлек килтерә. Элек йәшәгән мәшһүр табип Харис ибне Ҡәлдә ҡорһаҡ ауырыуҙар йорто, ашауҙа саманы белеү дауалауҙың нигеҙе тигән. Пәйғәмбәребеҙ әҙәм балаһы тултырылған ҡапсыҡтарҙың иң яманы, уның ҡорһағы кешегә умыртҡа һөйәген күтәреү өсөн аҙ ризыҡ та етә, шулай ҙа ашай икән, ҡарынын өскә бүлһен, бер өлөшөн ризыҡҡа, икенсеһен һыуға, өсөнсөһөн һауаға йәғни буш ҡалдырһын, тип әйткән. Әҙәм балаһына йәшәү өсөн күп кәрәкмәй. Әммә нәфсегә күпме бирһәң дә, етмәй. Элек елкәһенә йәйә, уҡ һалып, атҡа атланып йәки йәйәүләп ауға сыҡҡандар. Беҙҙә күрше ауылға 5 км йөрөп уҡыныҡ. Ҡышын-йәйен, һыуығын, буранында ла йөрөнөк. Ҡыш көнө 2-3 картуфты мейестә бешереп алаһың да, шуның менән төшкө аш була. Беҙҙең ауылда бик дәртле һунарсылар була торғайны. Көҙ булһа ял һайын һунарға сығып, йәйәүләп 30-40 км юл үттек. Бер ваҡытта ла буш ҡайтманыҡ: төлкө, ҡуян алып ҡайта инек. Хәҙер нәмә күрәбеҙ, 3-4 км-ға автобус уҡыусы балаларҙы йөрөтә, төшкө аш - мәктәптә. Һунар тигән нәмә юҡ. Ауылда йәшәп, ҡайһы бер балалар ат туғарып егә белмәй, һыбай ҙа йөрөй алмайҙар, ҡайҙа ул атҡа һикереп менеү? Ҡорһаҡ тулғансы ашауҙар, йәйәү йөрөмәүҙән, шуның өсөн дуҫтарым, ябай ғына диета ризығыңды аша, сәйеңде эс. Әммә өсөнсө өлөшкә теймә! Ауыр булһа ла түҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, йәйәү күберәк йөрөгөҙ, күп ашарға тырышмағыҙ. «Яҡшы ризыҡ ҡалғансы, яман ҡорһаҡ шартлаһын», - тип йәшәмәгеҙ.
Читайте нас: