Все новости
Хаттар
22 Сентября 2017, 16:35

АЯҠ САЛЫУМЫ?

Беҙҙең Рәсәйҙә быйыл мул уңыш көтөлә, иген 130 миллион тонна самаһы. Беҙҙең илгә йылына 70-77 миллион тонна иген кәрәк ти белгестәр.


Беҙҙең Рәсәйҙә быйыл мул уңыш көтөлә, иген 130 миллион тонна самаһы. Беҙҙең илгә йылына 70-77 миллион тонна иген кәрәк ти белгестәр. Иген күп булыуҙамы ни һатып алыусылар йәғни алыпһатарҙар арыштың 1 тоннаһын 3 - 3,5 мең һумға, ә бойҙайҙың тоннаһын 4 – 4,5 мең һумға алалар, тиҙәр. Элеватор ҙа бик алып бармай. Көнө-төнө тир, саң йотоп эшләгән игенде бушҡа биреп ебәр инде. Ҡышҡылыҡҡа сәскән арыш, бойҙай культураларын бер йыл самаһы көтөргә кәрәк, ул культура ҡышты нисек сыға, ниндәй уңыш бирә, бер Алла ғына белә. Ошо хаҡ менән ауыл хужалыҡтары, фермерҙар нисек күтәрелһендәр? Хәҙер көҙ көнө ерҙе һөрөр кәрәк, силосҡа кукурузды сабырға, ҡышҡылыҡҡа һалам-бесәнде фермалар янына ташыр кәрәк. Яғыулыҡ-майлау материалдары хаҡы шул көйөнсә. Ауыл хужалыҡтарына, фермерҙарға алған кредиттарын түләр кәрәк, банктарҙың унда эше юҡ, арзанға һатаһыңмы, давай түлә генә. Етештергән ашлығың арзан булғас, хеҙмәт хаҡы ла әҙ, дәртләндереү саралары ла юҡ кимәлдә. Шуның өсөн дә матур комбайндарҙа ла эшләүселәр юҡ тиерлек, йәштәр ҙә ауылда бик һирәк ҡала, ҡалғаны ла тайыу яғын ҡарай. Ашлыҡ күп булыу менәнме ни, магазиндарҙа икмәккә шул уҡ былтырғы хаҡ тора. Ауыл хужалығына ярҙам итәбеҙ, быйыл 140 миллиард һум аҡса бирҙек тейҙәр, ул бит кредит, уны түләр кәрәк. Бюджетты 20-22 триллион һумға еткереп, ауыл хужалығына 1,5-2 триллион аҡса бүлһәләр ниндәй яҡшы булыр ине. Ауылдар ҙа бөтмәҫ, йәштәр ҙә ауылда ҡалыр ине. Киренән ГОСплан, ГОСЦЕНДЫ индерер кәрәк, ауыл халҡынан берәү һөт йыя -1 литрын 15 һум менән, итте алыпһатарҙарға килоһын 240-250 һум менән, солярка 37-38 һум тора, һыраның литры 80 һум. Ҡайҙа бында тигеҙлек? Үҫтергән, етештергән игенде, һауған һөттө бушҡа бирәбеҙ. Тир түкмәйенсә генә кемдер аҡса һуға, бахыр крәҫтиәнгә, саң-тир түккәндәргә нимә ҡала? Был хаҡ крәҫтиәнгә аяҡ салыу менән бер. Һүҙ ыңғайында Күмертауҙа толпар тракторы, Стәрлетамаҡта иген йыйыу комбайны сығарабыҙ тип күптән һөйләнһәк тә, һаман юҡ. Эшләйбеҙ тиһәләр эшләй алалар бит. Стәрлетамаҡта бесән ташыр өсөн арба эшләгәндәр бит, үҙе ниндәй яҡшы тейәй.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡут ауылы

Читайте нас: