Все новости
Хаттар
22 Сентября 2017, 16:22

АЗАМАТ БАҪМАҺЫ

Яңы Муса ауылы осондағы баҫма нисәмә йылдар насар хәлдә ине. Унан үтеп магазинға барыу өсөн дә үтә уңайлы.

Яңы Муса ауылы осондағы баҫма нисәмә йылдар насар хәлдә ине. Унан үтеп магазинға барыу өсөн дә үтә уңайлы. Бигерәк тә һуңғы ваҡыттарҙа баҫмабыҙ ныҡ иҫкергәйне. Аҙна башында Азамат Ғәйнетдинов егетебеҙ инициативаһы менән был баҫма киренән һалынды. 1 метр киңлектәге, 4-5 метр оҙонлоҡтағы баҫманы һәр кем өйөнән тимер-томор, торбалар алып килеп, тимерҙән һалдылар. Бик оҫта иретеп йәбештереүсе Азаматҡа, атаһы Раяф Ғәйнетдиновҡа, Менәүәр менән Фәрғәт Бүләковтарға, Миниғужа Асланбековҡа һәм был изге эште башҡарыуҙа ҡатнашҡан ауылыбыҙ ир-егеттәренә барлыҡ ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Башҡарған изгелектәре үҙҙәренә мең рәхмәт булып ҡайтһын. Көн дә сығып ошо баҫмаға ҡарап һоҡланып, ҡыуанабыҙ. Был ауылыбыҙ халҡы өсөн бик уңайлы баҫма, хатта тотоноп сығыу өсөн дә бөтә мөмкинселектәр булдырылып эшләнгән.

Барлыҡ Яңы Муса ауылы халҡы исеменән Шәкүр Кәримов

Читайте нас: