Все новости
Хаттар
22 Сентября 2017, 16:37

БҮЛӘК ТӘ БУЛАСАҠ

Шаршамбы көнө Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто менән китапханаһы берлектә асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе.

Шаршамбы көнө Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто менән китапханаһы берлектә асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе. Унда, яңы китаптар менән таныштырыу, төрлө түңәрәктәргә саҡырыу, киләсәккә пландар раҫлау кеүек сығыштар яңғыраны. Дарыу үләндәренән, көҙгө уңыштарҙан күргәҙмәләр ҡуйып, төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар, уйындар үткәрҙек, йомаҡтар ҙа ҡойоштоҡ. Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәмдиә Рәшитова балалар өсөн Рәшит Сабиттың «Ярҙамсы» китабын уҡып эстәлеген һөйләүгә бәйге иғлан итте. Китаптың йөкмәткеһен, эстәлеген иң яҡшы аңлаған балалараға бүләк буласағын да белдерҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙар китапты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыясаҡтарын вәғәҙә итте. Асыҡ ишектәр көнөнә бигерәк тә уҡыусы балалар, ағинәйҙәр һәм ауылдың оло быуын кешеләре әүҙем килделәр.

Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА
Яҡут ауылы

Читайте нас: