Һарғайҙы урмандың ағасы, ҡыуағы,
Көҙ булғас та килде әбейҙәр сыуағы.
Ҡояштың нурына көҙгө көн ялтырай,
Ел иҫеп ебәрһә япраҡтар ҡалтырай.
Сыҡ ишек алдына, ҡояшҡа ҡуй битте,
Йылынып ҡал бер аҙ, йәй бит үтеп китте.
Килде йылы көндәр - әбейҙәр сыуағы.
Йәмле йәйҙә булдыҡ һәм хушлаштыҡ тағы.
Ҡыштар килер инде, елдәр өрөр инде,
Кейемгә ныҡ төрөнөп, халыҡ йөрөр инде.
мәҙәни сараларҙы ойоштороусы. Кинйәбай ауылы