Все новости
Хаттар
22 Сентября 2017, 16:39

КӨҘГӨ УҢЫШҠА АРНАЛДЫ

Молокан ауыл китапханаһында көҙҙөң мул уңышына арналған сара уҙҙы.

Молокан ауыл китапханаһында көҙҙөң мул уңышына арналған сара уҙҙы. Беҙҙең ауылдаштар ҙа, башҡалар кеүек үк, йәшелсә-емештең ҡәҙерен белә торған халыҡ. Был матур кисәлә беҙ балаларға чипсы-ғәләмәт түгел, ә йәшелсә, емеш-еләк күберәк ашарға кәрәк икәнен төшөндөрөргә тырыштыҡ. Быларҙың барыһы ла кескәйҙәр менән төрлө уйындар уйнау, конкурстар үткәреү формаһында үткәрелде. Балалар үҙ ҡулдары менән һүрәт, төрлө фигуралар эшләп күңел асты. Көҙ байлыҡтарының кешегә файҙаһы хаҡында белһәләр, ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ та һалһалар, тәндәре лә, йәндәре лә таҙа булыр беҙҙең балаларҙың.

Л.В. ДРЕМИНА
Молокан ауыл китапханаһы китапханасыһы

Читайте нас: