Күптән түгел генә китапханасы Гөлназ Иркәбаева ойошторған «Бар ғүмерем — спорт» тип аталған кисә лә быға ҙур дәлил булып тора. Ҡунаҡҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры Сергей Аҡҡужин һәм Туринда үткән IX ҡышҡы Паралимпия уйындарында саңғыла ярышҡан, Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы Владимир Казаков килде. Улар ҡаланың 9-сы мәктәбенең 8 «б» класы уҡыусыларына спорт буйынса белгәндәрен түкмәй-сәсмәй бәйән итте, бер-бер артлы яуып торған һорауҙарға яуап бирҙе.
Уҡыусыларға спортсылар менән шулай яҡындан аралашыу бик оҡшаны. Телевизор йә интернет аша күреп-ишеткәнсе, шундай йәнле әңгәмә үткәреү күпкә отошлораҡ икәнен улар үҙҙәре лә аңланы. Владимир Николаевич, хатта, Өфөлә тотоп барған Олимпия факелын да күрһәтергә алып килгән ине.
Тик ныҡышмалы хеҙмәт, оҙайлы тренировкалар, күп көс һәм аҡыл менән алға ҡуйылған маҡсатҡа ирешеп буласағына инанды балалар был саранан һуң.
Зөлфиә ӘМИНОВА, Моделле балалар китапханаһы мөдире Күмертау ҡалаһы