Уҡыу йылы башланыу менән 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының уҡыусылары төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша ла башланы. Илдар Хөрмәт улы Таипов етәкселегендә гимназияның музей түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар Шәбағыш ауылының А. С. Пушкин музейында булып ҡайттылар.

Уҡыусыларҙы музей етәксеһе Рафиҡ Әминев ҡаршы алды. Ул беҙҙе музей менән яҡындан таныштырҙы һәм А. С. Пушкиндың ғаиләһе, әҫәрҙәре, дуэль тураһында бик фәһемле мәғлүмәттәр һөйләне.
Беҙҙе был музейға Финляндиянан, Төркинәнән, Германиянан, Великобританиянан да бик күп туристар килгәне хайран ҡалдырҙы, бында музейҙың асылыуынан алып 200 меңдән ашыу ҡунаҡтар булған.
Лиана Солтангәрәева: «Музейға килеп инеү менән Пушкин йәшәгән ваҡытҡа күскән һымаҡ булаһың, сөнки ижади мөхит һине солғап алған кеүек була», - ти гимназияның 10 Б класы тәрбиәсеһе.