Һәр ауылда ергә һеңеп барған хужаһыҙ йорттар бар. Дөрөҫ, хужаһыҙ тип әйтеү, бәлки, дөрөҫ тә булмаҫ. Ҡайҙалыр бар инде уларҙың хужалары, тик нигеҙҙе ҡайтып ҡараусы юҡ.
Улар ауыл йәмен боҙоп тора бирә. Йорт-тирәһен, үҫкән үләнен сабырға кәрәклеген аңлатып ҡарайбыҙ, тик һөҙөмтәһе күренмәй. Хужаһы булып та ташландыҡ хәлгә килгән йорттар баш бәләһе. Һәр кеше үҙе йәшәгән ауылды матур, төҙөк итеп күрәһе килә, тик ергә һеңеп барған йорттар ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, йә һыуы ағып ята, йә ҡоймаһы ауған, ут сығыу ҡурҡынысы бар. Емерелеп китеп балаларҙы имгәтеүе лә бар.Ташландыҡ йорттарҙы хужаһынан ерле үҙидара ҡарамағына яйлы ғына күсерергә мөмкинлек биргән берәй закон ҡабул ителһә яҡшы булыр ине. Әйтәйек, кеше 3 йыл дауамында ҡайтып донъяһын рәткә килтермәй икән, уның йорто автомат рәүештә дәүләткә күсә. Бәлки, кеше үҙ нигеҙенең ҡәҙерен белер ине. Һүҙ ыңғайынан беҙҙең ауылға сит өлкәнән дә, сит ауылдарҙан да мәрхүмдәрҙе алып килеп ерләйҙәр һәм оноталар, йә йылына бер килеп, зыяратты таҙарталар йә буяйҙар, сүп-сары ятып ҡала. Ауыл халҡы уларҙың артынан сүп-сарын таҙартырға тейеш. Ошо турала ла берәй закон сыҡһа һәйбәт булыр ине. Был осо-ҡырыйы күренмәгән мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә? Дөрөҫ, киләһе йылдан яңы закон ғәмәлгә керәсәк тигән һүҙҙәр йөрөй. 2018 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә керәсәк закон нигеҙендә йорт хужаһы табылмай икән, ул автомат рәүештә муниципалитет милкенә күсеүе мөмкин. Әгәр ошо закон ҡабул ителеп, эшләп китһә, буш торған йорттар кәмер, уның урынына яҡшы, матур йорттар ҡалҡып сығыр, ауылдар йәмләнеп ҡалыр. Йорттарын, ерҙәрен рәсмиләштермәгән икән 2018 йылдың 1 мартына ҡәҙәр ашығырға кәрәк. Өлгөрмәһәгеҙ, йортоғоҙ дәүләт ҡарамағына тапшырылыуы бар.