Все новости
Хаттар
29 Сентября 2017, 14:43

БЕРГӘ-БЕРГӘ КҮҢЕЛЛЕ

Шаршамбы көндө “Алһыу” балалар баксаһы үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ көндө бик күп йылдар был баҡсала эшләп киткән ветерандарыбыҙҙы ололар көнөнә саҡырҙы.

Шаршамбы көндө “Алһыу” балалар баксаһы үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ көндө бик күп йылдар был баҡсала эшләп киткән ветерандарыбыҙҙы ололар көнөнә саҡырҙы. Байрам бик матур, күңелле үтте. Сараны ололарҙы ҡотлап баҡса мөдире Фәйрүзә Закирова башлап ебәрҙе. Иң беренсе булып оло хеҙмәткәрҙәребеҙҙең фотоһүрәттәре слайдта күрһәтелде. Был эште оҫта итеп Гөлнара Нафиҡова башҡарҙы. Ошо баҡсала тәрбиәләнгән балалар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте.Тәрбиәсе апайҙар ҙа концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ололар ҙа буш ҡул килмәгәндәр, ә балаларға бүләк итеп күп уйынсыҡтар алып килгәндәр. Байрам һуңында күңелле итеп иҫтәлеккә фотоға төштөк, ололарҙы сәй табынына саҡырып, һыйланыҡ. Оло апайҙарыбыҙ үҙҙәренең эшләгән осорҙарын ҡыҙыҡлы итеп һағынып һөйләнеләр.

Земфира ҒҮМӘРОВА,
Яңы Мораптал ауылы

Читайте нас: