Конкурста 5 йәштән алып оло йәштәгеләргә тиклем барыһы 8 коллектив, 17 солист, 3 дуэт ҡатнашты. Бәйгелә Тыуған илебеҙгә бағышланған башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш телендә лә төрлө халыҡ йырҙары яңғыраны. Конкурс номерын урынлы итеп биҙәгән өсөн Ермолаево мәктәбе ҡатнашыусылары “Махсус приз” дипломы менән бүләкләнде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла “Йәшлек” мәҙәниәт һарайынан “Ҡатнашҡан өсөн” дипломдары тапшырылды. 3-сө урынды Айҙар Мөхәмәтшин (“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы), Наилә Юлдыбаева, Алина Юлдашбаева (Мораптал мәҙәниәт йорто) бүлешһә, 2-се урынды “Йәнтөйәк”, “Сударушки” халыҡ фольклор ансамблдәре, “Йылмайыу” эстрада төркөмө (“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы), “Сеспель” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле (Керәүле-Илюшкин мәҙәниәт йорто), солистарҙан Илшат Рамаҙанов, Индира Кәйүмова, Алина Рахманғолова (“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы), Ксения Егорова (Павловка мәҙәниәт йорто), Иван Эшанов (Свобода мәҙәниәт йорто)алһа, 1-се урынды “Райхан” татар йырҙары вокаль ансамбле (Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йорто), өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансабле (“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы), солистарҙан Мария Панфёрова (Ермолаево сәнғәт мәктәбе), Диана Ниғмәтова (Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто), Кирилл Боков (Ермолаево ауылының 1-семәктәбе), Геннадий Попов (“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы) яуланы. Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонан “Рух” исемле йыр төркөмө Гран-при яуланы.