Все новости
Хаттар
3 Октября 2017, 19:17

ИҪ КИТКЕС БАЙРАМ!

Түкән ауылындағы ҡарттар байрамында булып ҡайтҡандан һуң, яратҡан гәзитем аша үҙемдең тәьҫораттарым менән бүлешмәйенсә бер ҙә генә булдыра алмайым. Иҫ киткес матур байрам әҙерләгәндәр беҙҙең өсөн!

Түкән ауылындағы ҡарттар байрамында булып ҡайтҡандан һуң, яратҡан гәзитем аша үҙемдең тәьҫораттарым менән бүлешмәйенсә бер ҙә генә булдыра алмайым. Иҫ киткес матур байрам әҙерләгәндәр беҙҙең өсөн!

Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова үҙенең ҡотлауҙары, изге теләктәренә ҡушып, «Россиянка» ансамбле әртистәрен дә алып килгән. Ансамблдең яңы составының сығышы шул тиклем оҡшаны барыбыҙға ла. Свобода ҡарттар йорто директоры Әҡсән Ҡаҙаҡбаевтың моңло йырҙары күңелдәребеҙгә үтеп инде. Ремонттан һуң яңырып, яҡтырып киткән клубыбыҙҙы ла танымай торҙоҡ әле ул. Байрамдан да, мәҙәни усағыбыҙҙан да шундай ҡәнәғәтлек тойғоһо алдыҡ. Залда ултырған ҡайһы берәүҙәрҙең күҙ йәштәре лә күренде, хатта. Ҡотлаусыларҙың: «Һеҙ бит ҡарт түгел, һеҙҙең йөрәгегеҙ йәш әле», - тигән һүҙҙәре беҙҙе тулҡынландырып, йөрәктең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп ебәрҙе.

«Түкән» хужалығы рәйесе Сергей Лобановҡа, уның бай табын әҙерләгән ашнаҡсыларына, спонсор ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Рима Дәминева, Надежда Дорохова, Надежда Ҡарамышеваларға, клуб мөдире Вадим Верховыхҡа оло рәхмәт белдереп, иң изге теләктәрҙә ҡалабыҙ.

Лена МЫРҘАҒОЛОВА
Түкән ауылы

Читайте нас: