Все новости
Хаттар
3 Октября 2017, 19:15

РӘХМӘТЕБЕҘ ӘЙТЕП БӨТКӨҺӨҘ

Яҡуп ауылында йылдағыса Ололар көнөнә арналған байрам сараһы уҙғарылды.

Яҡуп ауылында йылдағыса Ололар көнөнә арналған байрам сараһы уҙғарылды.

Бер көндө «Искра» хужалығы етәкселеге хаҡлы ялдағыларға бүләктәр таратып сыҡты. Икенсе көнөнә барыбыҙ ҙа мәктәпкә йыйылдыҡ. 30-ҙан артыҡ кеше килгәйне. Бында уҡыусылар бай йөкмәткеле концерт күрһәтеп беҙҙе тағы бер ҡыуандырҙы. Артабан ашханаға йүнәлдек. Унда беҙҙе бай табын көтә ине. Аштар ашап, сәйҙәр эсеп, күңелдәребеҙ булғансы әңгәмәләшеп ял иттек. «Искра» хужалығы рәйесе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа, мәктәп директоры Самат Усман улы Туйгилдинға оло рәхмәттәр уҡып, донъялар имен тороп, үҙебеҙ һау булып, алдағы йылдарҙа ла шулайтып осрашып торорға яҙһын, тип көр күңел менән таралыштыҡ. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа шулай итеп ололарҙы онотмай, бүләктәр таратып тормай әле. Беҙҙе шулайтып ололағандары, хөрмәт иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙ, хатта, әйтеп бөткөһөҙ.
Читайте нас: