Все новости
Хаттар
6 Октября 2017, 14:09

БЕҘҘЕКЕЛӘР - УНИВЕРСИТЕТЛЫ, ТЕАТРЛЫ СТӘРЛЕЛӘ

Яҡшымбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уҡыусыларҙы тел серҙәренә юғары категориялы талантлы педагогтар Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова, Гөлгөнә Юнир ҡыҙы Абдуллина, Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев өйрәтә. Мәктәптә бик йыш яҙыусылар, шағирҙар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторола. Балалар шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө ҡалаларына, тарихи урындарына экскурсияларға йөрөй.

28 сентябрҙә мәктәптең 7-се һәм 10-сы класс уҡыусылары Стәрлетамаҡ ҡалаһында экскурсияла булды. Улар унда Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогтары менән осрашты. Филология фәндәре кандидаты, доцент Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова уҡыусыларҙы бик йылы ҡаршыланы. Башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева балаларға уҡыу йорто, факультет тураһында һөйләне. «Беҙ киләсәктә һеҙҙе үҙебеҙҙең факультетта көтөп ҡалабыҙ, - тип тамамланы ул сығышын. Уҡыусылар уҡыу йортонда халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева музейында ла булды. Өлкән уҡытыусы Илнур Тимерхан улы Дилмөхәмәтов әҙибәнең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләне. Уҡыу йортондағы экскурсия балаларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәйәхәт Стәрлетамаҡ драма театрында дауам итте. Уҡыусыларҙы театр ҡаршыһында ауылдаштары, билдәле артист Рәсил Сынбулатов көтөп тора ине. Ул балаларҙы мауыҡтырғыс театр донъяһы менән таныштырҙы. Хатта уларға артистарҙың грим һала торған һәм костюмдар һаҡланған бүлмәләрҙә булыу бәхете лә тейҙе. Ә һуңынан уҡыусылар Мостай Кәримдең «Өс таған» премьераһын ҡараны. Премьера ғайәт уңышлы үтте, Рәсил Сынбулатов Айҙар ролен шул хәтлем дә оҫта башҡарҙы. Артистарҙы тамашасылар бик оҙаҡ алҡышланы. Балаларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙын күрергә лә насип булды. Ул да премьераға килгәйне һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны. Уҡыусылар ошондай бай йөкмәткеле сәйәхәтте ойошторғандары өсөн мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһароваға, уҡытыусылар Р.Ә. Айҙарова һәм Г.Ю. Абдуллинаға, шофер ағайҙары Илдар Түләковҡа айырыуса рәхмәтле.

Айнур АЙҘАРОВ,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының 4-се курс студенты
Автор фотоһы

Читайте нас: