Юшатыр
+6 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
6 Октября 2017, 14:40
ӨЙГӘ КИЛТЕРЕП БИРӘЛӘР
Беҙҙең Тимербай ауылы халҡының пай ерҙәре «Түкән» хужалығында.
Беҙҙең Тимербай ауылы халҡының пай ерҙәре «Түкән» хужалығында.
Элек шул пай ерҙәре өсөн тейешле дивиденд алабыҙ тип эй яфалана торғайныҡ. Уның артынан әллә күпме йөрөргә тура килде. Хәҙер бына ике йыл инде шул тиклем рәхәткә сыҡтыҡ. Пайсыларҙың өйөнә үк тейешле күләмдәге әйберҙе килтереп бирәләр. Былтыр 3-әр центнер бойҙай һәм тағы ла көнбағыш майы килтергәйнеләр. Быйыл 4-әр центнер бойҙай алып килделәр. Ауыл халҡының күбеһе пенсионер бит инде. Ул пайҙың артынан йөрөй алмайҙар. Эште шулай ойошторғаны өсөн «Түкән» хужалығы етәксеһе Сергей Лобановҡа, машина менән алып килеп таратып йөрөүсе Эдик Лобанов менән Вадим Верховыхҡа барлыҡ пайсылар исеменән рәхмәт әйтке килә.
Фәүриә ТИМЕРБАЕВА
Тимербай ауылы
Читайте нас: