Все новости
Хаттар
13 Октября 2017, 18:19

БЕРҘӘМЛЕК, ҠОМАРЛЫҠ ЯРҘАМ ИТТЕ

Республика көнө уңайынан ҡаланың 9-сы һанлы китапхана-филиалы Күмертау тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә тыуған төйәгебеҙ темаһына арналған «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйыны ойошторҙо.

Уйын өҫтәле артында РПЛИ-ның 10-сы класында уҡыған 6 уҡыусы урын алды. Уларға еңеү яулар өсөн тыуған яғыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте хаҡындағы 13 һорауға яуап табырға кәрәк ине. Бер һорауға 1 минут ҡына ваҡыт бирелде. Команданың капитаны Гөлшан Моратованың күп уҡығанлығы, яуаплылығы һәм тәүәккәллеге ярҙамында бар һорауҙар ҙа еңел кеүек тойолдо. Уның ышаныслы яуаптары команданы еңеүгә алып килде. Уйынсылар ҙа, улар өсөн «ауырыусылар» ҙа үҙҙәре өсөн бик күп асыштар яһаны был сарала. Берҙәмлек, ҡомарлыҡ һәм еңеүгә теләк уйынды ҡыҙыҡлы ла, сағыу ҙа итте. Бар һорауҙарға ла тиерлек дөрөҫ яуап табып, команда еңеүсе дипломына лайыҡ булды.

Гөлшат БАЙҒУЖИНА,
Күмертауҙың 9-сы һанлы китапхана-филиалы мөдире

Читайте нас: