Хөмәйрә инәй һыҙланып, тора алмайынса, яҡ-яғына аунай-аунай кәүҙәһен ҡуҙғалтып, ыңғыраша-ыңғыраша урынынан ҡалҡты. Тәүҙә бер аяғын, шунан икенсеһен шыуҙырып ҡына карауатынан төшөрҙө. Яй ғына атлап килеп ванна ишеген асты, ут ҡабыҙып тормайынса ғына йылы һыу ағыҙып ауыҙын сайҡатып төкөрҙө, шыптырҙап кипкән теле менән аңҡауы ебегәс, бер аҙ хәл кергәндәй булды һәм терһәгенә тиклем еңен һыпырып, күҙен йомоп ләззәтләнеп йыуынырға тотондо. Ентекләп һөртөнөп, сәсен тараны, яулығын, йөйҙәрен яҙып һыпырып, бөхтәләп ябынды ла, тын ғына атлап, аш бүлмәһенә үтте. Уңға-һулға ҡарап алды ла, ашарға икмәк, эсергә йә һөт, йә сәй булмағас, сайҡала биреп кире боролдо һәм ишек төбөнә килеп таушалып бөткән пальтоһына үрелде.
- Бөгөн дә пенсия бирмәһәләр, - тип ҡысҡырып фекер йөрөттө ул — аслыҡтан ятып үлермен, ахырыһы. Ул уфтанып ҡуйҙы, балалар ҙа аҡса ала алмайҙар, ейәндәр күҙгә ҡарап торалар, белмәйем, белмәйем, - тип ишеккә ынтылды.
Ул бер аяғын икенсеһенән көскә шыуҙырып баҫып элемтә бүлексәһенә барып еткәнсе әллә күпме ваҡыт үтте. Халыҡ байтаҡ йыйылған икән, әле бина асылмаған. Әсе ел аслыҡтан киҫелеп хәлһеҙләнгән әбейҙең елегенә үтте. Ул бер-ике көрһөнөп алды ла ҡалтыранып ҡуйҙы, ни эшләргә белмәй яҡ-яғына ҡаранып алды ла, кешеләр араһына үтеп ышыҡланды.
Бина асылды. Һалҡындан, аяҡ өҫтө тороуҙан талсығырға өлгөргән оло йәштәге кешеләр сират алыр өсөн этешә-төртөшә бина ишегенә ашыҡты. Үҙҙәренсә «шәп-шәп» атлап сиратҡа теҙелделәр. Күп тә үтмәй бер таҙа, һылыу ҡатын вайымһыҙ ғына ҡарап торған еренән:
- Әле аҡсаны алып ҡайтманылар, буламы-юҡмы билдәһеҙ, - тине лә керт-керт баҫып яндағы ишеккә кереп юғалды. Әбей һылыуҡайҙың өҫтәленә күҙ ташланы һәм иртән тәғәм ризыҡ ҡапмауҙанмы, йонсоулыҡтанмы кипкән ирендәрен ялап ҡуйҙы.
Өҫтәл өҫтөндә ҙур, бик матур ҡағыҙ тартма менән төрлө-төрлө ҡурғаш ҡағыҙҙарға төрөлгән кәнфиттәр теҙелгән, тартманың ҡапҡасы йәнәшендә ята... Хөмәйрә инәй кәнфиттәрҙән күҙен ала алмай, кешенән оялһа ла, ихтыярын тыя алмайынса текләп шаҡ ҡатып тороуын дауам итте... Ул өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ялп итеп килеп ултырҙы ла ғәҙәттәгесә иғтибарһыҙ ғына хәрәкәт менән кәнфиткә үрелде, ҡурғаш ҡағыҙ тынлыҡты боҙоп шыптырҙап йыртылды, һәм шоколад кәнфит һимеҙ, һылыу йөҙлө йәш ҡатындың тигеҙ тештәре араһына инеп юҡҡа сыҡты... Хөмәйрә инәй үҙе лә абайламаҫтан «ыһ» тип ыңғырашып, кипкән ирендәрен ялап, тамшанып ҡуйҙы. Хәтеренә килен саҡтағы бер күренеш килеп төштө.
Арыш урағы. Мәрғүбә инәйгә килен төшкән. Ул килен сәйенә күрше-күлән, йәш килендәрҙән торған хәтһеҙ генә ҡатындар табыны ҡорған. Аш-һыу ул ваҡытта әллә ни мул түгел ине, хәҙерге кеүек ҡатын-ҡыҙ араһында араҡы эсеү ғәҙәте лә юҡ, шулай ҙа өҫтәл үҙ дәүеренсә матур, нимә генә юҡ, ул сөгөлдөр бәлеше, картуф бәрәмесе, тары бутҡаһы (уртаһына май һалып), йомғаҡланған май, ҡыҙыл эремсек ләүәше, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ... Ҡатындарҙың күбеһе, ҡалдырырға өйҙә кеше булмау сәбәпле, йәш балаларын йүгереп йөрөгәндәрен йә күтәреп, йә етәкләп сәйгә килерҙәр ине...
Хөмәйрәнең дә йәш килен сағы, беренсе малайы Абдулланы, өс йәшлек улын етәкләп килгән. Хөмәйрә арала иң йәш килен булғанға урындыҡтың ситенән ултырған һәм бәләкәй Абдулла әсәһенә һыйынып иҙәндә баҫып торған. Кемдер яулыҡ, кемдер йөҙөк биреп киленде күреп, сәй эсеп, яңы төшкән киленгә төртмә һүҙҙәрен әйтеп бөтөргәс, таҡмаҡ әйтеп бер-ике өйрөлөп бейеп тә алғас, апһындар, еңгәләр хушлашып өйҙәренә таралышты. Абдулланы етәкләп Хөмәйрә лә өйгә ыңғайланы. Абдулла бер аҙ мыжып ҡына атлап килә торғас шым ғына:
- Әсәй! Май бик тәмле булдымы? - тип һораны. Хөмәйрә шул ваҡытта ғына улының асыҡҡанлығын, сәйҙәге ашъяулыҡтан уға бер һыныҡ икмәк, йә ҡоймаҡ та алып тоттормағаны иҫенә төшөп, балаһын йәлләп саҡ илап ебәрмәне.
Әле үҙе өҫтәлдәге кәнфиттәрҙе күргәс бигерәк тә ап-асыҡ булып улының хәле күҙенең алдына килеп баҫты... «Меҫкенкәйем!» - тине ул ҡысҡырып, һәм ике күҙенән ике бөртөк әсе күҙ йәше тәгәрәп төштө, тик:
- Ҡыҙым, кәнфит бик тәмлелер инде! - тип әйтергә кибеп аңҡауына йәбешкән теленән һәм ирендәрҙән өн генә сығара алманы.
Гөлсөм СӘЛИХОВА
Аҡһары ауылы