Все новости
Хаттар
16 Октября 2017, 12:00

ИКЕ ҺӨЙӨНӨС БЕРГӘ БУЛДЫ

Быйыл Ололар көнөн Холодный Ключ ауылында пенсия алған көндө үткәрергә булдылар.

Быйыл Ололар көнөн Холодный Ключ ауылында пенсия алған көндө үткәрергә булдылар.

Шулай итеп, ике һөйөнөс бергә булды. Холмогор, 4-се Ивановка ауылы халҡы менән бергә үткәрҙек. Мәҙәниәт йорто тулы булды. Шәбағыш ауыл советы хакимиәтенән Гөлназ Рәимова ололарҙы ҡотлап сығыш яһаны. Минира Ишморатова ололарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Ул шулай уҡ матур итеп концерт әҙерләгән. Розалия Әхиәрова дәртле йырҙар башҡарып, төрлө уйындар ойошторҙо. Илдар менән Резеда Аҡҡоловтарҙың моңло йырҙары беҙҙең күңелдәргә үтеп инде. Булат Урманбәтовтың бейеүе лә бик оҡшаны ололарға, тороп-тороп ҡул саптыҡ. Үҙебеҙҙең ауылдың йырсылары Фәйрүзә Зиновьева, Миңлеғаян Илбулова, Минсара Рыҫҡолова, Светлана Мәҡсүтова, Нәҡиә Собханғолова, Любовь Шишкина ла матур, дәртле йырҙары менән ололарҙың күңелен күтәрҙе. Концерттан һуң бай табын артына саҡырҙылар. Танышып, рәхәтләнеп һөйләшеп, бик күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ. Был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ышаныслы хөкүмәтебеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ, пенсиябыҙҙы биреп тора, бер мохтажыбыҙ ҙа юҡ.

Рәшит ХАНБӘКОВ
Холодный Ключ ауылы

Читайте нас: