Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Октябрь 2017, 17:15

БЕҘҘӘ ОШОНДАЙ ХӘЛДӘР

Быйылғы октябрь айы байрамдарға бай булды. Яңыраҡ ҡына, 1 октябрҙә, Ололар көнөн билдәләнек. Яҡшымбәт - үҙе лә ҙур ауыл, халҡы ла тырыш-уңған, күңел һалып эшләйҙәр ҙә, ял да итәләр. Байрамдар ҙа гөрләп үтә, сөнки, йорт-ҡура тулы - ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙы күп аҫрайҙар. Колхозыбыҙҙа игендәр мул булды быйыл, бесәнен дә, ашлығын да күпме кәрәк, шул тиклем ал, иренмәй эшлә генә.

Быйылғы октябрь айы байрамдарға бай булды. Яңыраҡ ҡына, 1 октябрҙә, Ололар көнөн билдәләнек. Яҡшымбәт - үҙе лә ҙур ауыл, халҡы ла тырыш-уңған, күңел һалып эшләйҙәр ҙә, ял да итәләр. Байрамдар ҙа гөрләп үтә, сөнки, йорт-ҡура тулы - ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙы күп аҫрайҙар. Колхозыбыҙҙа игендәр мул булды быйыл, бесәнен дә, ашлығын да күпме кәрәк, шул тиклем ал, иренмәй эшлә генә.

Шулай итеп, 1 октябрҙә урамдарҙан төркөм-төркөм хаҡлы ялдағы инәй-апайҙар, ағайҙар һәм бабайҙар клубҡа, байрам концертын күрергә, унан һуң мәктәп ашханаһына ҡунаҡҡа килде. Күңелдәре булғансы йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, һөйләшеп, үҙҙәре лә бешереп алып килгән күстәнәсе менән һыйланылар.

«Юшатыр» гәзите ойошторған «Мин әле йәш» конкурсында ауылыбыҙҙан Миниса Исхаҡова, Гөлсимә Түләкова һәм Фәриҙә Бикмаева ҡатнашҡайны. Бүләккә алған суҡлы шәлдәренә ҡыуанып, редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булып, ололар байрамында кинәнеп ултырҙылар. Һәр оло кеше үҙ ғаиләһендә балаларының изгелеген күреп, ҡыуанып йәшәй, йәшәһен.

5 октябрҙә мәктәптә Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Уҡыусылар тарафынан бик матур концерт ойошторолғайны. Байрамға ветеран уҡытыусылар ҙа, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды.

10 октябрҙә Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған «Мин һине яратам, Башҡортостан» исемле ҙур байрам концерты уҙҙы. Раушания Сынбулатова, Гөлгөнә Абдуллина, Зилә Хөсәйенова, Мәзүнә Сәлтәшева, Фәүзиә Ҡадирова, Әлмирә Әбсәләмова, Мәрйәм Искәндәрова, Гөлфиә Исхаҡова, күңелдәрҙе елкендереп, матур йырҙарын бүләк итте. Гәрәй Абдрахманов, дәртле гитараһын сиртеп, ретро йырҙар йырланы. «Рух» йыр ансамбле егеттәре Рәсим Бикмаев, Сәлим Әбсәләмов, Рафиҡ Бикмаевтарҙың сығышы байрамға хәрби-патриотик рух өҫтәне. Гөлшат Хәйбуллина етәкләгән «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбле бейеүселәре байрам уртаһында йондоҙ булып балҡыны.

Тамашасылар исеменән, ауыл, район өсөн рухи аҙык бирергә әҙер торған ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ауылыбыҙҙың тағы бер ҡыуаныслы ваҡиғаһы тураһында әйтмәй үтә алмайым. «Урындағы инициативаларҙы хуплау» программаһында ҡатнашып силсәүитебеҙ тракторлы булды. Ауыл халҡы аҡсаның ҙур ғына өлөшөн дәррәү йыйып тапшырҙы. Ни тиһәң дә, үҙебеҙ өсөн бит.

Беҙҙә бына ошондай хәлдәр, ә һеҙҙә?

Фәриә БИКМАЕВА
Яҡшымбәт ауылы

Читайте нас: