Все новости
Хаттар
24 Октября 2017, 12:11

ЭШЛӘП ТӘ ҠУЙҘЫЛАР

«Юшатыр» гәзитенең үткән һанында «Октябрскийҙар килеп эшләйәсәк» тигән мәҡәлә донъя күрҙе. Унда ҡыштан бирле Ҡарай ауылында һыу торбаһы тишелеп ятыуы хаҡындағы һорауға яуап биргәйнегеҙ.

«Юшатыр» гәзитенең үткән һанында «Октябрскийҙар килеп эшләйәсәк» тигән мәҡәлә донъя күрҙе. Унда ҡыштан бирле Ҡарай ауылында һыу торбаһы тишелеп ятыуы хаҡындағы һорауға яуап биргәйнегеҙ.

Ҡарай ауылы халҡы, һыу торбаһы тишелде, ауылда һыу юҡ, тип әҙ зарланманы инде. Беҙҙең ауылдың шундай ҙур проблемаһы бар ине. Шулай итеп, ошо көндәрҙә беҙҙең һыуыбыҙҙы килеп эшләп тә киттеләр. Беҙ бөтә Ҡарай ауылы халҡы исеменән үҙебеҙҙең силсәүитебеҙ Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ .

Барлыҡ Ҡарай ауылы халҡы исеменән Альбина АБДУЛЛИНА

Читайте нас: