Все новости
Хаттар
24 Октября 2017, 12:42

МӘРХӘМӘТЛЕК КӨНӨ

20 октябрь — беҙҙең ауылдың мәҙәниәт йорто, китапханаһы, мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ағинәйҙәре өсөн Мәрхәмәтлек көнө буды.

20 октябрь — беҙҙең ауылдың мәҙәниәт йорто, китапханаһы, мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ағинәйҙәре өсөн Мәрхәмәтлек көнө буды.

Зәк-Ишмәт ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре Гөлсара Вәкил ҡыҙы Рәшитова һәм Гөлдәр Урал ҡыҙы Усманова Свобода ауылы ҡарттар йортона күстәнәстәр, йыр-бейеүҙәр бүләк итергә кәңәш итте. Беҙ барыбыҙ ҙа был идеяны хуплап ҡаршы алдыҡ. Оло йәштәгеләргә һәр беребеҙ үҙенең әҙ генә булһа ла изге ярҙамын күрһәтергә теләне. Күстәнәскә ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, төрлө бәлештәр бешереп алдыҡ. Шулай уҡ ҡорот һәм ҡаймаҡ кеүек ризыҡтарҙы ла үҙебеҙ менән алырға онотманыҡ. Хөрмәтле ололар өсөн «Райхан» ансамбле моңло йырҙар йырлап ишттерҙе. Петр Капустиндың йырҙары һәм Тамара Капустинаның таҡмаҡтары ла уларҙың күңеленә хуш килде. Аделина Ишмөхәмәтованың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре инәй-олатайҙарҙы бер аҙға ғына булһа ла йәшлектәренә алып ҡайтҡандай тойолдо. Альмира Сиразетдинованың тап ошо сара өсөн генә һайланған шиғырҙары ла оҡшаны.

Ошондай - матур мәрхәмәтлек сараһы тәҡдим иткәндәре өсөн клуб хеҙмәткәрҙәре Гөлсара Рәшитова менән Гөлдәр Усмановаға, байрамды ойоштороуҙа ярҙам итеүсе мәктәп, китапхана коллективына, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм Ағинәйҙәргә оло рәхмәт әйтке килә. Транспорт менән тәьмин итеүсе мәктәп директоры Әлфиә Рәхимоваға, автобус водителе Нәжил Ишмөхәмәтовҡа, 10-сы класс ҡыҙҙарына ҙур рәхмәт!

Оло - йәштәгеләрҙең ошондай - йорттарҙа үҙҙәренә йылы мөғәмәлә, хәстәрлек табыуы бик яҡшы, әлбиттә. Уларҙың беҙҙе йылы ҡабул итеүҙәре, ихлас йылмайыуҙары беҙгә лә көс-ҡеүәт өҫтәне. Барыһына ла ҙур рәхмәт!

Люциә ИШМӨХӘМӘТОВА,

Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе

Зәк-Ишмәт ауылы

Читайте нас: