Юшатыр
-4 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
27 Октября 2017, 14:16
УҠЫТЫУСЫЛАРҘАН ТОРА
Һуңғы ваҡытта туған телдәрҙе, сит ил телдәрен уҡытыу буйынса ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Ә бына Күмертауҙың Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһында башҡорт, инглиз йәки рус теле булһынмы – балалар барыһын да бик ҡыҙыҡһынып уҡый. Был уҡытыусыларҙан тора. Уларҙың педагогик оҫталығына, талантына бәйле.
Һуңғы ваҡытта туған телдәрҙе, сит ил телдәрен уҡытыу буйынса ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Ә бына Күмертауҙың Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһында башҡорт, инглиз йәки рус теле булһынмы – балалар барыһын да бик ҡыҙыҡһынып уҡый. Был уҡытыусыларҙан тора. Уларҙың педагогик оҫталығына, талантына бәйле.
Ата-әсәйҙәргә, әлбиттә, уның балаһы дәрестә нисек ҡатнашыуы тураһында белеү мөһим. Бындай мөмкинлек ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында тыуҙы: бында асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Беҙҙең мәктәптә балалар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, һәм был өлкәлә проблемалар юҡ. Гүзәл Ғариф ҡыҙы Назарова үткәргән асыҡ дәрестә беҙ, атай-әсәйҙәр, булдыҡ. Уның эш һөҙөмтәләренә һоҡланырға ғына ҡала. Дәрес барышында балалар уҡытыусының һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе, телдән һәм яҙма рәүештә һөйләмдәр төҙөнө, бергәләп йырҙар йырланы, таҡта янында эшләне. Шулай итеп, атай-әсәйҙәр башҡорт теле мәктәптә ни тиклем ҡыҙыҡлы итеп уҡытылғанын үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Рус теле һәм әҙәбиәтенән бик матур дәресте уҡытыусы Ида Моисеевна Фексон да күрһәтте. Дәрес уйын формаһында барҙы. Уҡытыусы уҡыусыларҙың үҙ аллы һәм төркөмдә эшен баһаланы. Беҙ балаларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бирелгән тема буйынса фекерләүҙәрен, әҫәрҙе фильм менән сағыштыра алыуҙарын күрҙек.
Уҡыусылар сит телдәрҙе лә ҙур теләк менән өйрәнә.
Был – педагогтарҙың күләмле эш һөҙөмтәһе.
Бай йөкмәткеле, матур дәрестәр үткәргәндәре өсөн уҡытыусыларыбыҙға һәм ошондай сараны ойоштороуҙары өсөн 1-се гимназия директоры Ольга Юрьевна Музюкинаға һәм класс етәксебеҙ Лилиә Винер ҡыҙы Зәйнуллинаға рәхмәтлебеҙ.
Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияның 6 А класы уҡыусыларының ата-әсәләре
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин