Һуңғы йылдарҙа донъябыҙҙы, әҙәбиәтебеҙҙе, сәхнәбеҙҙе, телебеҙҙе сүп баҫты.
Ҡайһы ғына ауылға барма, сүп үләне үҫеп ултыра. Бик һирәктәр генә таҙарта уны. Әҙәбиәтебеҙҙә лә шундай уҡ хәл: бер шағир шиғыр яҙған, ҡайһылыр композиторы уға йыр ижад иткән, бер йырсыһы шуны сәхнәгә сығып йырлап тора: «Аҡ сәскә, күк сәскә, Хоҙайым биргән бер сәскә». Идея-эстетик яҡтан һай, ошоға оҡшаш шаҡы-шоҡо йырҙар менән хәҙер сәхнәләр тулды.
Күркәм, мәғәнәле ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә юғалып бара. Милли көрәште генә алайыҡ. Ҡайҙан тапҡандарҙыр ул: бер-береһен еңә алмаһалар, билбау бәйләп, тағы 3 минут көрәшәләр. Ошо көрәш менән милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һанға һуҡмайбыҙ түгелме?
Ат сабышы ла дөрөҫ түгел. Элек 60-70 километрға тиклем сабышҡандар. Ошонда беленә лә инде аттың сыҙамлылығы, һаулығы, сабышҡан кешенең физик әҙерлеге.
1958 йылда арыш баҫыуында лафет менән арышты яҫмаларға һалам, шунда иғтибарға алдым: ҡайһы бер арыш оҙон булып, башағы ла һауаға тура күтәрелә. «Ни эшләп былар шулай үҫте икән?» — тип башағын ыуып ҡараһам, унда ем юҡ, ҡоро башаҡ. «Бына күрегеҙ, мин нисек үҫтем!», — тигән һымаҡ тойолдо. Ошо буш арыш башағы һымаҡ күрәм килделе-киттеле йырҙар йырлаусыларҙы һәм булыр-булмаҫ көрәшселәрҙе. Моңо-көйө юҡ көйө йырлайҙар, көс-ҡеүәте юҡ көйө көрәшәләр.
Әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухи донъябыҙҙы туҡ башаҡлы итеп күрге килә.