Все новости
Хаттар
3 Ноября 2017, 13:45

АҠСА ЮҠ, ТИП ТОРМАЙЫҠ

Беҙ «Юшатыр», «Көйөргәҙе», «Кумертауское время» гәзиттәренең һәр бер һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ниндәй генә заман килгәндә лә, ваҡытлы матбуғат аша район, ҡала яңылыҡтары менән танышып, хәбәрҙар булып, заман менән бергә атлау, милләттәштәреңдең ҡыуаныстары, уңыштарына һөйөнөп, белмәгәндәреңде гәзит биттәре аша өйрәнеп, белгәндәреңде өйрәтеп, төрлө фәһем алып йәшәү үҙе бәхет түгелме ни!

Күптәребеҙ ҡалала йәшәһәк тә, тамырҙарыбыҙ ауылдарға барып тоташа, шул хеҙмәтсәндәрҙең иккән икмәген ашайбыҙ. Аҡ һөттәрен эсеп, итен, ҡаймаҡ, майын ашап хәл алабыҙ. Йәшәгән һайын ваҡыт ҡыҫҡара бара, шуғалырмы инде, класташтар, дуҫтар, хатта туғандар менән дә даими осрашыу мөмкинлеге сыҡмай ҙа ҡуя, аптырап китәһең.

Ә һәр ваҡыт тормош усағында ҡайнап йәшәгән «Юшатыр» гәзитебеҙ аша беҙ рәхәтләнеп ауыл, ҡалала йәшәүселәрҙең нисек тын алыуын, инде онотола башлаған яҡташтарыбыҙҙың балаларының уңыштарын уҡып һөйөнәбеҙ. Бөгөнгө көндә ауылдар тарҡалыу, эшһеҙлек арҡаһында йәштәрҙең эш эҙләп йыраҡ тарафтарға сығып китеп, ауылдарҙа бушлыҡ, тормош һүнә барыуы күңелде ҡырғанда, ауыл һайын ағинәйҙәрҙең уңышлы эшләүе, мәҙәниәт йорттарында төрлө байрамдар, саралар ойошторолоуы һәм башҡа һөйөнөслө хәбәрҙәрҙе гәзитебеҙ булмаһа, беҙ ҡайҙан ишетеп-белер инек!

Аллаға шөкөр! Рәхмәт республика, район, ҡалабыҙ менән идара итеүсе хужаларға һәм гәзит хеҙмәткәрҙәренә! Ә инде милләттәштәребеҙҙе һис шикһеҙ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға саҡырабыҙ! Битараф, моңһоҙ булмайыҡ!

Шуның өсөн аҡса юҡлыҡҡа, йәки башҡа һылтау табып «Юшатыр»ға яҙылырға онотоп ҡуймайыҡ, туғандар! Хаҡын ҡиммәт тип әйтерлек түгел! Һис ҡыйынһынмай барып яҙылып килһәгеҙ, Яңы йыл ишек шаҡып кереү менән, һәр беребеҙҙең күңелен күтәреп, гәзиттәр килә башлар, иншалла!

Оло ихтирам менән Нурия һәм Фәйез ХӘЛИЛОВТАР
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: