Все новости
Хаттар
3 Ноября 2017, 13:58

БАШЛЫҠ ҺҮҘЕ БЕР БУЛА

«Юшатыр» гәзите аша үҙебеҙҙең Зәк-Ишмәт ауыл хакимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдиновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә.

«Юшатыр» гәзите аша үҙебеҙҙең Зәк-Ишмәт ауыл хакимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдиновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә.

Һәр бер йорттағы һәр иртә, әлбиттә, шифалы һалҡын һыуҙан башлана. Беҙҙең Мәктәп урамында ике йылдан ашыу йүнле-рәтле һыу булманы. Йәйге ваҡытта ярай инде күп кеше баҡсаларына һыу һибә, шул арҡала һыу ағымы түбәнәйә. Тик беҙҙә йәй генә түгел, ҡышын да һыу бик самалы ине. Төрлө ерҙәргә барып та, яҙып та, шылтыратып та ҡараныҡ, әммә был мәсьәлә ике йылға һуҙылды ла ҡуйҙы.

Августа Зәк-Ишмәт ауыл хакимиәте башлығы алмашыныу сәбәпле, һеҙ, «Юшатыр»ҙар, Илшатыбыҙҙан интервью алғайнығыҙ. Ул шунда: «Ауылды һыуҙан өҙмәҫкә ине», – тигәйне. Башлығыбыҙ әйткән һүҙен үтәп тә ҡуйҙы. Бер ҙә, мин түрә, тип тормайынса, һәр саҡ үҙе алдан йөрөнө: иретеп йәбештереүсе лә, торба табыусы ла үҙе булды, иртәнән кискә тиклем эш тип сапты.

Беҙ Илшат Мәдиф улына тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм эшендә, ғаиләһендә уңыштар теләйбеҙ. Мең рәхмәт һиңә, башлыҡ, һыуға һыуһап йәшәгән ауылдаштарыңдан!

Зәк-Ишмәт ауылының Мәктәп урамында йәшәүселәр исеменән
ИШМӨХӘМӘТОВТАР,
КӘРИМОВТАР,
ҒИБАҘУЛЛИНДАР,
ӘҘЕҺӘМОВТАР,
МӨХӘМӘТЙӘНОВТАР ғаиләләре


Читайте нас: