Все новости
Хаттар
3 Ноября 2017, 13:52

МАТБУҒАТ – 2018

НИ ӨСӨН МИН «ЮШАТЫР»ҘЫ АЛДЫРАМ?

ЯҘҘЫРА. ЯҘЫША. ҠАТНАША
Холодный Ключ ауылы аҡһаҡалы Рәшит Ханбәковты гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә. Ул «Юшатыр» гәзитен сыға башлағаны бирле яҙҙыра. Төплө фекерле, киң эрудициялы мәҡәләләр менән дә сығыш яһай. «Аҙна һайын бүләк» конкурсында ҡатнашырға ла форсат таба.
Лототронда уйнатылған был аҙнаның бүләге тап бына Рәшит ағайҙың бәхетенә йылмайҙы. «Юшатыр» авторыбыҙға һәм уҡыусыбыҙға һаулыҡ теләй, артабан да унан матур мәҡәләләр көтөп ҡала.
Бүләктәр уйнатыу дауам итә, квитанциялар 100-ҙән артып китте, һеҙ ҙә ебәрегеҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы
НИ ӨСӨН МИН «ЮШАТЫР»ҘЫ АЛДЫРАМ?
Люция ХӘМИТОВА, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары:
– «Юшатыр» гәзитенең үҙ йөҙө, үҙ стиле бар. Һайлаған һуҡмағынан бер ҡасан да тайпылмайынса алға бара. Мәғлүмәт һеҙҙә шул тиклем оператив бирелә – бөгөн булған сара, оҙаҡҡа һуҙылмай, шунда уҡ гәзит битендә баҫыла. Тере, йәнле гәзит, тиер инем һеҙҙе. Шулай ҙа миңә оҡшамаған ерҙәрен дә әйтәм: ҡайһы саҡ «һары пресса»ға оҡшап китәһегеҙ. Ошоға киләсәктә иғтибар бирһәгеҙ ине. Дөйөм алғанда, «Юшатыр» – креатив, өлгөр, уҡымлы, киң ҡоласлы гәзит.
Минең әсәйем дә «Юшатыр»ҙы бик яратып уҡый, саҡ ҡына һуңлап килмәй торһа, нимәһендер юғалтҡандай итеп тоя. Урта һәм оло быуын өсөн тәғәйен гәзит булараҡ, үҙ аудиторияғыҙҙы яҡшы белеп эшләйһегеҙ.
Читайте нас: