Все новости
Хаттар
3 Ноября 2017, 13:46

ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ, ТЕЛӘГЕМ

«Юшатыр» гәзите донъя күргәндән бирле уға яҙылып, яратып уҡыйым.

«Юшатыр» гәзите донъя күргәндән бирле уға яҙылып, яратып уҡыйым.

Гәзит биттәренән уҡып, донъя, ил, республика ваҡиғалары, районыбыҙ, ҡалабыҙ хәлдәре менән танышабыҙ. Шатлыҡлы хәлдәр булһа – ҡыуанабыҙ, насары булһа – борсолабыҙ. Мин үҙем йәш саҡтан әҙәби китаптар, журналдар алдырып уҡыным. Яманһары ауылында йәшәгәндә «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Һәнәк» журналдары, «Ильич юлы», «Совет Башҡортостаны», «Сельская жизнь», «Труд» гәзиттәренә яҙыла инем. Беҙ ғаиләбеҙ менән ярышып, бер-беребеҙҙән йәшереп уҡыныҡ. Әгәр күршеләр яҙыла алмаған булһа, бер-береһенә биреп, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар.

Яңыраҡ «Юшатыр»ыбыҙ ойошторған «Мин әле йәш» конкурсында ҡатнаштым. Уның биттәрендә шиғыр, мөнәжәт, мәҡәләләрем баҫылып тора. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә бик тә, бик тә рәхмәтлемен. Яңыраҡ, конкурста ҡатнашыусыларға баһа биреп, уларҙы бүләкләнеләр, сәй табыны әҙерләп һыйланылар. Оло кешегә күп тә кәрәкмәй, ифрат ҡәнәғәт булып, ҡыуанышып ҡайттыҡ.

Юғалмаһын телебеҙ, сәскә атһын илебеҙ, йәшәһен «Юшатыр»ыбыҙ! Ауылдаштар, яҡташтар, яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ үҙебеҙҙең «Юшатыр»ыбыҙҙы! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләйем!


Гөлшат БАЙНАЗАРОВА

Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: