Все новости
Хаттар
10 Ноября 2017, 16:29

ТИМЕР АТЫҢДЫ «ЙҮГӘНЛӘЙ» БЕЛ

Тормош ауыр, тип зарланһаҡ та, хәҙер ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла йәшәгән күпселек кешеләрҙең ниндәйҙер транспорт сараһы бар. Мәҫәлән, Айсыуаҡ ауылында еңел, йѳк автомобилдәре, мотоциклдары булмағандар һирәк. Күп кенә ғаиләләрҙә хатта икешәр транспорт сараһы бар. Һуңғы йылдарҙа мотоцикл һатып алыусылар ҙа ишәйҙе. Юлда авариялар булдырмау тәү сиратта руль артындағыларҙан тора. Уларҙың күпселеге тейешле ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәй, ләкин быны һанға һуҡмаусылар ҙа етерлек.

Тормош ауыр, тип зарланһаҡ та, хәҙер ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла йәшәгән күпселек кешеләрҙең ниндәйҙер транспорт сараһы бар. Мәҫәлән, Айсыуаҡ ауылында еңел, йѳк автомобилдәре, мотоциклдары булмағандар һирәк. Күп кенә ғаиләләрҙә хатта икешәр транспорт сараһы бар. Һуңғы йылдарҙа мотоцикл һатып алыусылар ҙа ишәйҙе. Юлда авариялар булдырмау тәү сиратта руль артындағыларҙан тора. Уларҙың күпселеге тейешле ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәй, ләкин быны һанға һуҡмаусылар ҙа етерлек.

Бынан бер нисә йыл элек Айсыуаҡ эргәһендәге тимер юлы переезында маршрут автобусы поезд менән бәрелеште, һәм ѳс кешенең ғүмере ѳҙѳлдѳ. Әммә ошо фажиғә ҡайһы берәүҙәр ѳсѳн һабаҡ булмаған. Ҡайһы бер водителдәр өсөн тимер юлы аша светофорҙың ҡыҙыл утына сығыу ғәҙәткә әйләнгән. Бик насар һѳҙѳмтәләргә килтерерлек шѳғѳл был. Шулай ҙа була: светофорҙың хәрәкәтте тыя торған сигналы ҡабына, ә оҙаҡ ҡына ваҡыт поезд күренмәй, артабан сигнал һүнә. Элегерәк Ырымбур яғына үткән составтың аҙаҡҡы вагоны, цистернаһы переездан яҡынса йѳҙ метр үткәс, тыйыу сигналы һүнә торғайны, ә хәҙер ҡыҙыл сигналдың яныу ваҡыты 3-4 тапҡырға оҙайтылды. Бының ни ѳсѳн шулай икәне тураһында водителдәр хәбәрҙар түгел. Шул сәбәп арҡаһында тимер юлдың ике яғында ла бер нисә тиҫтә механик сара йыйылып китә, ошо шарттарҙа ныҡ ҡабаланғандар тейешле ҡәғиҙәне боҙорға ла мәжбүр була. Мин ошо турала юл хәрәкәте инспекторҙарына ла, урындағы район Советы депутатына ла мѳрәжәғәт иттем, улар проблеманы хәл итергә вәғәҙә бирҙе, ләкин хәл әлегә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй.

Яҙғы-кѳҙгѳ осорҙа Айсыуаҡ, Ермолаево урамдары буйлап, кѳслѳ тауыш сығарып, урыны менән тиҙлекте сәғәтенә 80-100 км еткереп, үҫмерҙәр мотоциклдарҙа елдерә. Был күренеш махсус стадиондарҙағы ярыштарҙы хәтерләтә. Мин бер нисә тапҡыр ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ошо хаҡта ни уйлауҙарын белештем. Улар әйтеүенсә, мотоциклдар «гонычный» тип атала, һәм уларға шундай кѳслѳ тауыш хас икән. Бәс, шулай булғас, ундай техникала тик махсус ҡоролмаларҙа йѳрѳргә кәрәктер. «Ә уларҙың ҙур тиҙлектә елеүен тыйырға кәрәктер», – тигән һорауға: «Беҙҙән ни ѳсѳндѳр радарҙарҙы алдылар, шулай булғас, тиҙлекте арттырып йѳрѳүселәр менән кѳрәшеүе ауыр», – булды яуап. Эйе, йѳрѳү тиҙлеген тейешленән 10-20 километрға арттырғанда быны һиҙеү ҡыйыныраҡтыр, ә был күрһәткестәр 3-4 тапҡыр юғары булғанда, «шумахерҙарҙы» тәртипкә саҡырыу, яза биреү кәрәктер. Мәҫәлән, былтыр Айсыуаҡтың Заслонов урамында ошондай спидвей менән мауығыусы үҫмер бер ҡатынға килеп бәрелде, бәхеткә, ул әллә ни ҙур ҡаза күрмәне. Оло юлдар киҫешкән урындарға булһа ла, видеокамералар ҡуйыу – ѳлгѳрѳп еткән мәсьәлә. Аҙнаның һәр эш кѳнѳндә, бигерәк тә, дүшәмбелә, район дауаханаһы эргәһендәге биләмәгә ҙур күләмдә автомобилдәр йыйыла. Улар Совет урамының ике яғы буйлап ҙур арауыҡҡа туплана. Бер ѳлѳшѳ, иртәрәк килгәндәре, дауахана биләмәһенең аҫҡы ѳлѳшѳнә йыш ҡына 2 рәт булып урынлаштырыла. Һѳҙѳмтәлә, эшен бѳтѳп, автомашиналарын тѳпкѳ рәттә ҡалдырғандар сыға алмай йѳҙәй, ваҡытын юҡҡа сарыф итә. Ә бит биләмәнең ѳҫкѳ ѳлѳшѳндә автомобилдәр ҡуйырға иркен генә майҙан бар, ләкин был мѳмкинлектән махсус тыйыу билдәһе мәхрүм итә. Шуға ҡарамай, күп кенә кеше, ҡағиҙәне боҙоп, «тимер аттар»ын шунда ҡуя. Минеңсә, Күмертау үҙәк дауаханаһы етәкселеге, ЮХХДИ хеҙмәте менән килешеп, ошо проблеманы майҙандың бер ѳлѳшѳн генә булһа ла машиналар туҡталышы ѳсѳн бүлеп, хәл итә алалыр. Күренеүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә руль артындағылар ҙа, тѳрлѳ кимәлдәге етәкселәр ҙә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә яуаплы. Килешеп эшләү, һәр яҡтың мәнфәғәтен һанлау тик ыңғай һѳҙѳмтәләргә килтерәсәк.

Айсыуаҡ ауылы

Читайте нас: