Все новости
Хаттар
14 Ноября 2017, 19:09

КҮҢЕЛЛЕ ОСРАШЫУ

Китапхана төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу урыны булып тора. Күмертауҙың 9-сы китапхана-филиалында ла яңыраҡ яҡташ яҙыусы-сатирик Закир Әкбәров менән кисә ойошторолдо. Осрашыуға РПЛИ уҡыусылары һәм үҙебеҙҙең китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ йыйылды.

Закир Насир улы мауыҡтырғыс итеп тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы бәйән итте, үҙенең әҫәрҙәренә сюжет эҙләүе һәм билдәле кешеләр менән осрашыуы хаҡында һөйләне. РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хәким Ғиләжев һәм Баязит Бикбай исемендәге премиялар лауреаты, Сорос грантына эйә булған, 9 йыйынтыҡ авторының һәр һүҙендә тиерлек китапҡа һәм уҡыуға булған һөйөү сағылыш тапты. Закир Әкбәровтың әҫәрҙәре йыш ҡына урындағы матбуғат биттәрендә баҫыла. Уҡыусылар уның сатирик әҫәрҙәрен рәхәтләнеп тыңлағас, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Был күңелле осрашыу балалар күңелендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ыңғай хис-тойғолар уятып ҡына ҡалманы, китап уҡыуға һөйөү орлоҡтарын да сәсте. Закир Насир улы китапханаға автографы менән үҙенең рус телендә донъя күргән «И в шутку и в серьез» китабын бүләк итте.

Гөлшат БАЙҒУЖИНА,
9-сы китапхана-филиалы мөдире
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: