"Искра" хужалығы ниңәлер Яҙлау ауылын ташланы - булған малдарҙы алып китте. Ошоға бәйле бынау хат килде.
Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите! Һеҙҙе бик күп йылдар алдырам, һәр бер һанын уҡып барам. Гәзиткә бик күп яҡшылыҡтар яҙыла, уныһы ғәйәт тә ҡыуаныслы. Минең был яҙыуым ҡыуаныслы хәл түгел. Күптән түгел 2-3 йыл булмаған туғандарыма Яҙлау ауылына юлым төштө. Тик барып инеүгә күңелемде ҡырғаны юл ситендәге емерек зерноток (бойҙай, иген елгәргес) күҙемә салынды. Барып кергәс, хәлдәрҙе һораша башланым. Фермаларҙы бөтөргәндәр, 15-20 кеше эшһеҙ ҡалған, бөтөн кәрәк-яраҡтарын ташып алып китеп бөткәндәр, тимерлектең торбаларына хәтлем бысып алғандар. Ата-бабаларҙан ҡалған фермалар бит улар, унда колхозға күскәс бар нәмә лә төҙөлмәгән, халҡын эшһеҙ ҡалдырғас, ниңә мөлкәтен ташырға. Бәлки, уларҙы икенсе кеше алыр ине. Ваҡытында Киров исемендәге колхозға биргәндә был хәлгә төшмәҫ ине яҙлауҙар.
Был хатҡа яуап эҙләп “Юшатыр” район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинға сыҡты.
- Яҙлау ауылының был пробелмаһы күптән килә. Яңыраҡ Өфөнән дә килеп тикшерҙеләр (ялыуҙы унда ла яҙған булғандар). “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин яҙлауҙар алдында бер нисә тапҡыр сығыш яһаны, төп әйткәне шул булды: иптәштәр былай эшләһәгеҙ артабан да ферманы ябам. Ауылдағы эшсәндәрҙең эшкә ҡарашы, дөрөҫөн әйткәндә, насар булды. Рәмил Ғиниәт улы күрәләтә артҡа һөйрәгән производствоны тота алмай ине. Яҙлау эшселәре эшкә сыҡҡанда сыҡты, сыҡмағанда юҡ. Иртән ферма мөдире һыйыр һауырға кеше таба алмай йөрөй торғайны – кемеһе балаһын ҡалаға балнисҡа алып киткән, кемеһе эсеп ята, тигәндәй. Ә бит һыйырҙы ваҡытында һауып, ваҡытында ашарына биреп торорға кәрәк, ул һинең айнығаныңды көтөп тора алмай. Ферманы ошо сәбәпле ябырға булдылар. Унан һуң да әле 8 кешегә эш булһын тип, Мостафин таналар тотоп ҡараны Яҙлауҙа – фәтеүә булманы бынан да. Бына “Искра” хужалығының Яҡуп ауылын алғанда, унда ла ошоға оҡшаш хәл ине. Етәксе бер нисә ҡабат әйтте, былай эшләргә ярамай тип, тыңламағас, ферманы алды ла китте, аҙаҡ халыҡ йүгерешеп барып етте Мостафинға, ярар, ул риза булып малдарҙы кире килтертте. Ә бит Яҡупта эшләр кеше булмағанлыҡтан, фермаларына Санйындан килеп эшләп йөрөнөләр. Элекке замандар үтте, кеше аңларға тейеш: бер кем дә үҙенә зыянға эшләмәй хәҙер. Производственниктарҙы әйтәм, улар былай ҙа хужалыҡты алға ебәреү өсөн күп көс һала. Ә бына халыҡ, эшкә булған ҡарашы менән, үҙенә ҡай саҡ аяҡ сала, зыян күбеһенсә үҙенән килә. Быларҙы беҙ ошо ике ауыл – Яҡуп һәм Яҙлау миҫалында күрә алабыҙ, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Яҙлау ауылында йәшәүсе, ғүмер буйы бригадир булып эшләгән, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Хәбир Харрасов та үҙенең фекерен әйтте:
-Үҙем байтаҡ йылдар буйы бригадир булып эшләгәс был мәсьәләне яҡшы аңлайым. Хәҙерге заманда бер хужа ла үҙенә файҙаһы булмаһа эшләмәй. Ферманың ябылыуында халыҡ үҙе генә ғәйепле, барыһы ла иҫтәренә һуң төшкән. Алданыраҡ уйлаһындар ине. Рәмил Мостафин бер нисә тапҡыр иҫкәртеп тә ҡараны, аңламағас аңламанылар инде. Мал да килтерҙе, файҙа юҡ. Эшләүсе кешеләр булһа, Рәмил Ғиниәт улы киренән ферманы тергеҙер ине тип уйлайым. Хәҙер кире тергеҙеү менән дә бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ, сөнки ауылда тырышып эшләрлек кеше лә ҡалманы. Ферма булғанда эшләгән 20-гә яҡын кеше лә хәҙер хаҡлы ялдалар. Бөгөнгө көндә Яҙлауҙа барлығы 24 пенсионер, ә эшләрлектәре 3 ҡатын да 4 ир генә ҡалды. Йәштәр ситтә эшләйҙәр.
Рәмил ЯЙҠАРОВ, “Искра” хужалығының Яҡуп бригадаһы бригадиры:
- Ауылды ферма тота инде. Ауылда башҡа эш урындары юҡ бит, шуға ферма булмаһа, ауыл да юҡ тигән һүҙ. Эшкә илке-һалҡы ҡараш булғас, бер осор ферманы ябып ҡуйҙылар, шунан ғына халыҡ аңланы эшһеҙлектең нимә икәнен. Аҙаҡ кире асыуҙы һоранылар, хәҙер үҙҙәре өсөн эшләгәндәрен яҡшы белә яҡуптар. Эштәр үҙ яйы менән бара. Беҙҙең бригадала барлығы 54 кеше эшләй, шуларҙың бишәүһе Санйындан, ә ҡалғандары - яҡуптар.
- Булғанды туҙҙырыуы еңел, ә йыйып алыуҙарыыыыы....
Колхоз-совхоздарҙы бөтөргән булдылар, нимәһендер оҡшатмайынса, әле нисек кенә итеп, исмаһам мини-ойошма: (фермерство, частное производствомы шунда) ни генә булһа ла, барыбер шул элеккесә бәләкәй генә КОЛХОЗ ,ә башҡортса әйткәндә, КҮМӘК ХУЖАЛЫҠ ойоштора алмай йонсойҙар.Сөнки: ерҙәрҙең күбеһе сәселмәй сүплеккә әйләнгән, элекке фермалар, келәттәр, элеватор һ.б. һ.б. хәрәбәгә әйләнеп, йәм ебәреп ята.
- Хәлисә, “Беҙҙә колхоздарҙы һаҡланыҡ тип нисәмә йыл маҡтандылар, ысынында улар яйлап ҡына таланды, хужа тигән кеше үҙе таланы. Ырымбурҙарҙа шоковая терапия булды - 90 йылдарҙа ҡапыл ғына тараттылар, кеше бүлешеп алды малды, техниканы, фермаларҙы. Техника ла, ферма ла яңы эшкинерлек сағында. Ә беҙҙә күп осраҡта яңы ла юҡ, иҫкеһе лә эшкинмәй, ярыҡ ялғаш алдында ҡалдыҡ, колхоздарҙы һаҡланыҡ тип маҡтаныу бушҡа булды". Ошондай фекер ҙә беҙгә әйткәндәре булды.
- "Юшатыр" гәзите, колхоз-совхоздың ниндәй насарлығын табып бөтөргәндәрҙер инде. Элек ауыл халҡы ҡалаға йомошона бара алмай ине, эштән бушап. Ә хәҙер эшһеҙлектән ыҙа сигә, көткән донъялары тарҡалып бөттө, ауыл халҡы эш эҙләп, боронғо зимагурҙар кеүек тырым-тырағай эш эҙләп сит яҡтарҙа, ғаиләһе бында... Эй, күпме һөйләһәң дә шул бер балыҡ башы. Беҙ әйтеү менән бер кем ҡолағына элмәй. Халыҡтың аһ-зарын бер кем ишетмәй.
- Киров колхозы Яманғолдоң малын haтып ебәрҙе hayын hыйырҙарын,
- Карамат, Кировтың бурысы күп ине, эш хаҡы түләргә кәрәк ине, һәм тағы ла: беҙгә әйтеүҙәренсә, Яманғолда эшләргә теләүсе юҡ, тик ҡатындар ғына теләй, ә ирҙәр теләмәй, хатта көтөү көтөргә лә күрше өлкә Разномойка ауылынан кеше килтерҙек тинеләр.
- "Юшатыр" гәзите, йүнләп эш хаҡы түләһәләр, эшләрҙәр ине. Хәҙер рәхәткә сыҡтылар, кешене эшләтәләр-эшләтәләр ҙә аҡсаһын үҙҙәренең кеҫәһенә һалалар ҙа ҡуялар... әллә яңғылыш
- Әллә инде, үҙ кеҫәләренә һалырлыҡ аҡса эшләй аламы икән бөгөн колхоз-совхоздар!? Ашаған белмәй, тураған белә, ти, халыҡ мәҡәле. “Искра” ла, Киров та тарҡалған совхоздарҙың ауылдарын алды. Бурыстары менән. Һуңғы йылдарҙа үҫтерелгән игендең үҙҡиммәте лә аҡланмай. Ярай, ауыр булһа ла йыйып алдылар. Тик һата алырҙармы? “Искра” ойошмаһы менән дә шулайыраҡ хәл. Яҙлау ауылының базаһы бик үк яңы түгел ине ахырыһы. Етмәһә ниндәйҙер ауырыу ҙа йәбешеп алды. Шунан һуң йүнле эшләрлек кешеләре лә булманы. Яҡуптар, Ҡотлоюл, Яңы Юл, Бабалар кешеләре барып эшләне. Кировты белеп етмәйем. Эшләгән кеше аҡсаһын әҙерәк ала инде, уныһы бар. Тик рәйес башҡа яҡтан да ярҙам итә. Иншаллаһ тип әйтәйек, әҙме-күпме хеҙмәт хаҡы алып эшләрлек ошо хужалыҡтарҙың һаҡлап ҡалыныуына. Рәйестәренә лә рәхмәт. Фермерҙарҙан иң ҡеүәтлеһе Ватан килә. Башҡа ваҡ-төйәк фермер хужалыҡтары үҙҙәренә етерлек сәсә лә, ерҙәрендә сүп үҫеп ята. Тимәк, киләсәктәре юҡ 50 процент фермер хужалыҡтарының. Был минең күҙәтеүҙәрем һәм фекерҙәрем.
- Азат, мин дөйөмләштереп әйтәм, бөтә ил буйынса, мотлаҡ был колхозды ғына түгел.
- Һин дә мулла мин дә мулла атҡа бесән кем һала тигән кеүек була инде Дин әһелдәре лә киләсәкте фаразлай башлағас беҙгә ни ҡала инде. Шайтан ғына өмөтһөҙ тиҙәр, улай зерә бөтөрөп ташламайыҡ әле фермерҙарҙы иптәш имам хәҙрәт. Кем әйтмешләй, ашаған табағыңа төкөрмә, аҡмаһа ла тамып тора бит.
ег- Колхоздарҙың нисек барлыҡҡа килгән тарихын беләме икән Азат Хәлилов уҡытыусы булараҡ, әгәр белмәһә колхоздар уҙған быуат башында хәлле һәм хәлһеҙ йүнселдәрҙең булған мөлкәтен талап, үҙҙәрен Себер һөрөп ойошторолған. Бөгөнгө көндә фермерҙар нисек тә йүнен табып эшләргә ынтылып ята. Бөтәһенә лә Холмогорҙағы кеүек әҙер мөлкәт ҡалһа Ватан һымаҡ эшләрҙәр ине моғайын. Һәр хәлдә ниндәйҙер фермерҙың ҙур хужалыҡты алып тарҡатҡаны юҡ әлегә.
- Гульминаз, һин шәхескә тимә. Бында мин уҡытыусы булараҡ та дин әһеле- хәҙрәт булараҡ та яҙмайым. Аҙаҡтан минең шәхси фекерем тиелгән. Уның өсөн закон бар. Тағын бер ҡабатлап әйтәм! Һәр кем фекерен белдерә ала. Колхоздар беҙҙең олатайҙарҙың мөлкәтен тартып алынып төҙөлгәнен яҡшы беләм.Ул турала минең мәҡәләләрҙә яҙыла бара. Ватан әҙер мөлкәт менән хәл алһа, ниңә башҡа ауылдарҙа шулай эшләнмәгән! Ни өсөн уаҡ фермерҙарҙың ерҙәрендә сүп үҫә? Сөнки, мөмкинселектәр юҡ! Алда яҙғанымса, игендең үҙҡиммәте аҡланмай. Аңлап уҡырға һәм шәхескә теймәй генә яҙырға кәрәк. Ҡурҡмай, йөҙөңдө асып һөйләш. Гәзит уҡымлыраҡ булһын ғына тимәһәң)))))
- Хәлле һәм хәлһеҙ йүнселдәрҙең булған мөлкәтен талап, үҙҙәрен СЕБЕР һөрөп... барыһында Себер һөргәс, кем эшләгән һуң ул ауылда? Ойошторолған... Эйе, ул ваҡыттарҙа күмәк хужалыҡ русса коллективное хозяйство, ә ҡыҫҡартып әйткәндә шул КОЛ.ХОЗ (КОЛХОЗ)ойошторолған. Ойошторғандар ҙа эшләгәндәр ҙә. Буш ерҙәр юҡ ине, бөтә ерҙәр һөрөлөп сәселде. Колхоз баҫыуҙары океандай йәйрәп ята торғайны. Баҫыу тулы төрлө техника! Уңышты ваҡытында йыялар, хөкүмәткә лә,үҙҙәренә лә еткерәләр ине. Ферма тулы мал, көтөү үтһә ауыл аша бер осонан икенсәһенә тиклем һыуҙай ағыла ине. Дөрөҫ, саңы күтәрелә ине. Әле саңы ла, еҫе лә юҡ! Малы ла юҡ! Бер нисә фермерҙыҡын иҫәпләмәгәндә...Ерҙәр ҙә лә буш ята, элекке келәттәр, харабагә әйләнеп, ауыл кешеһенә йән көйөгө булып, элеккене иҫләтеп ултыра. Кеше лә йыл буйы эштән бушамай ине, хәҙер ауылдарҙа эш тә юҡ, кеше лә ҡалманы, барыбер шул СЕБЕРҙә, бер кем дә һөрмәһә лә...
Гульминаз, КОЛХОЗДАРҘЫ ФЕРМЕРҘАР ТАРҠАТМАНЫ БИТ УЛ, СӨНКИ УЛАР АҘАҠ ҠЫНА БАРЛЫҠҠА КИЛДЕЛӘР. ТАРҠАТЫУСЫЛАР УЛАР ВООБЩЕ БАШҠА КЕШЕЛӘР...
(Интернеттағы “Бәйләнеш” төркөмөндә сыҡҡан аңлатмаларҙың стилистикаһы үҙгәртелмәне).
Диана Ҡотлобаева фотоларында Яҙлау ауылы күренештәре