Все новости
Хаттар
17 Ноября 2017, 18:25

УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ...

Күптән түгел Зәк-Ишмәт ауылының балалар баҡсаһында бик матур көҙгө байрам ойошторолдо. Ундағы балаларҙың сығышын ҡарағандан һуң тәьҫораттарымды гәзиткә яҙмайынса булдыра алмайым.

Күптән түгел Зәк-Ишмәт ауылының балалар баҡсаһында бик матур көҙгө байрам ойошторолдо. Ундағы балаларҙың сығышын ҡарағандан һуң тәьҫораттарымды гәзиткә яҙмайынса булдыра алмайым.

Матур итеп биҙәлгән залда ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар өсөн шул тиклем дә матур сығыш әҙерләгән балаҡайҙарыбыҙ. Бында көҙ темаһына ҡушып, туған телгә һөйөү уятыу проблемаһы ла ярылып ята ине. Беҙҙең балалар баҡсаһына төрлө милләт — башҡорт, татар, сыуаш, урыҫ балалары йөрөй. Шуларҙың барыһы ла башҡорт, татар, урыҫ телендә лә рәхәтләнеп йырлап, шиғыр һөйләп торалар. Эй, ныҡ ҡыуандым шуға. Шул тиклем дә ысын күңелдән уйнанылар балалар. Уларҙың ҡуйған әкиәттәре эсенә үҙең инеп китерҙәй булаһың, хатта. Туған телебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. «Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла», - тигәндәй, башҡорт, татар ауылында йәшәп, балаларына урыҫ телендә һөйләгән ата-әсәләргә ым-ишара булып торҙо кескәйҙәрҙең сығыштары. Туған телде өйрәнеү тәүҙә ғаиләнән, ә артабан инде балалар баҡсаһынан башланыуын онотмаһаҡ ине. Тәрбиәселәр Фәниә Малик ҡыҙы Рәшитова, Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Әкбәрова һәм Гөлсинә Сәйфулла ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға шундай күңелле байрам ойоштороп, беҙҙе ҡыуандырғандары өсөн рәхмәттең иң ҙурын әйтке килә.

Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы

Читайте нас: