Юшатыр
-3 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
21 Ноября 2017, 14:13
«КӨҘГӨ ҠАТЫҠ — КӨМӨШ ҠАШЫҠ»
Ауылыбыҙ ағинәйҙәре менән кәңәш - төңәш иттек тә: «Әйҙәгеҙ әле, пенсионерҙарға бер байрам яһап алайыҡ», - тигән бер фекергә килдек.
Ауылыбыҙ ағинәйҙәре менән кәңәш - төңәш иттек тә: «Әйҙәгеҙ әле, пенсионерҙарға бер байрам яһап алайыҡ», - тигән бер фекергә килдек.
Шулай итеп, йома көндө, силсәүиттең фойеһында пенсия алырға килгән оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙы һыйланыҡ. Беҙҙең ауылдың пенсионерҙары: «Айына бер ошонда осрашабыҙ, исмаһам», - тип, үҙҙәренең пенсияһын бер урында ғына таратыуҙарын һорағайны. Ауылда был көндө баҙар ҙа була.
Күркәм сарабыҙҙы «Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ» байрамы тип атаныҡ һәм бик күп төрлө ҡатыҡ ризыҡтары алып килдек. Ҡыҙыл ҡатыҡ, һөҙөлгән ҡатыҡ, ҡатыҡтан желатин, ҡорот, эремсек... Хаҡлы ялдағылар үҙҙәре лә төрлө тәм-том бешереп алып килгән ине. Сәй табыны артында ауыл яңылыҡтары менән бүлешеп, һөйләшеп, көлөшөп ултырҙыҡ. Беҙҙең байрам сараһын күрергә тип Көйөргәҙенән Сажиҙә Аҡъюлова менән Нажиә Баҡыева килде.
Ағинәйҙәр етәксеһе Мәрйәм Искәндәрова көҙгө ҡатыҡтың ныҡ ҡуйы һәм туҡлыҡлы булыуы, уның файҙаһы тураһында күп һөйләне. Ысынлап та, ҡатыҡтың файҙаһын һанап та бөтөрлөк түгел. Элек файҙалы тип, эркет һыуы менән сәс йыуғандар. Ауыл халҡы әле лә себештәре тиҙ үҫһен, ауырымаһын тип, ҡатыҡ эсерә. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Маһинур Мәҡсүтова башҡорт халҡының милли кейеменең биҙәүестәре — селтәр, һаҡалдарҙы күрһәтеп, уның тегелеше, хаҡы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, ағинәйҙәребеҙҙең барыһы ла матур-матур күлдәктәр кейеп килгән ине байрамға. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла: «Йәштәр һыйыр аҫраһын һәм уның файҙаһын күрһен», - тигән теләктәрен белдерергә лә онотманы.
Сара һуңында күмәкләшеп, 28 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсының йомғаҡлау концертына барып ҡайтырға тигән теләгебеҙ хаҡында ла әңгәмәләштек.
Рәйлә АҠҺАРОВА
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?