Все новости
Хаттар
1 Декабря 2017, 14:25

ҠОЯШ ҒҮМЕРЕ ТЕЛӘНЕЛӘР

Абдул ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған матур иртәлек үткәрелде.

Абдул ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған матур иртәлек үткәрелде.

Тәрбиәсе Рәсимә Марат ҡыҙы балалар менән бик матур сара әҙерләгән. Кескәйҙәр әсәләренә арнап матур шиғырҙар һөйләне, күңелле йырҙар йырланы. Байрамға килгән әсәйҙәр ҡарап ҡына ултырманы, ә төрлө уйындарҙа ла ҡатнаштылар. Матур байрам сараһы әсәйҙәргә әҙерләгән яҡты, төрлө төҫтән, йылмайып торған ҡояш бүләк итеү менән тамамланды.

Байрам әсәйҙәргә лә, балаларға ла ныҡ оҡшаны.

Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА,
өлкән тәрбиәсе
Абдул ауылы

Читайте нас: