Все новости
Хаттар
5 Декабря 2017, 13:48

ИДАРА ИТӘ АЛАСАҠ ӘЛЕ

Хөрмәтле «Юшатыр» гәзите редакцияһы! Иң тәүҙә Мораптал юлы буйынса биргән һорауыбыҙға тулы яуабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Хәҙер инде беҙгә юл билдәләре ҡуйғандарын көтөргә генә ҡала.


Хөрмәтле «Юшатыр» гәзите редакцияһы! Иң тәүҙә Мораптал юлы буйынса биргән һорауыбыҙға тулы яуабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Хәҙер инде беҙгә юл билдәләре ҡуйғандарын көтөргә генә ҡала.

Үткән аҙнала районда Инвалидтар көнө уңайынан үткәрелгән сарала район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов илебеҙ президентын һайлауға күп ҡалмауы хаҡында әйтеп үтте. Әлеге президентыбыҙ Владимир Путинға тауыш бирергә саҡырҙы ул. Мин уның әйткән фекере менән тулыһынса килешәм. Владимир Владимировичҡа 65 йәш. Шулай булғас, ул тағы ла бер срок илебеҙ менән идара итә аласаҡ әле, тип уйлайым. Был урынға лайыҡлы башҡа кешене мин әлегә күрмәйем. Халыҡ ышанысын яулаған кеше ул —беҙҙең Владимир Путин. Уның киләһе йылда үтәсәк һайлауҙарҙа еңеп сығасағына шигем юҡ.

Тәлғәт ӘХМӘТШИН
Яңы Мораптал ауылы

Читайте нас: