Все новости
Хаттар
5 Декабря 2017, 13:33

ШАҒИРӘ АРАБЫҘҘА ЙӘШӘЙ

Ҡыштың беренсе көнөндә, тәбиғәттә, йәшәйештә һәр бер нәмәнең дә үҙ башланғысы бар, тип, ауыл ерендә әҙерәк йорт, йәйге-көҙгө баҡса, ҡош-ҡорт мәшәҡәттәренән арынып, үҙенә саҡырып торған яҡты, йылы, тыныс Яҡшымбәт ауыл китапханаһына йыйылдыҡ.

Ҡыштың беренсе көнөндә, тәбиғәттә, йәшәйештә һәр бер нәмәнең дә үҙ башланғысы бар, тип, ауыл ерендә әҙерәк йорт, йәйге-көҙгө баҡса, ҡош-ҡорт мәшәҡәттәренән арынып, үҙенә саҡырып торған яҡты, йылы, тыныс Яҡшымбәт ауыл китапханаһына йыйылдыҡ.

Китапханасы Зөлфирә Сынбулатова ойоштороуында Ҡотлоюл ауылынан Рима Ибраһимова саҡырылғайны. Быйыл ул «Шишмә башы» исемле шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Уның шиғырҙары йыш ҡына «Юшатыр» гәзите биттәрендә баҫылып тора, һәр бер шиғырын яратып уҡып барабыҙ, уларҙан зауыҡ алабыҙ. Ә бөгөн ул шиғырҙарын үҙе уҡып ишеттерҙе, беҙ ҙә һәр беребеҙ ихласланып уҡыныҡ, ә өлгөр Йәннәт Аҡһарова ауылдашының поэтик әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Шиғырҙарын уҡып, тыңлап, хисләнеп тә, арабыҙҙа ошондай илһамлы шәхесебеҙ булыуына һоҡланып та, ғорурланып та, төрлөсә әңгәмәләшеп, фекерҙәр менән уртаҡлашып, нисек шиғырҙар яҙа башлауы тураһында ҡыҙығып һорауҙар бирҙек. «Тәбиғәттә, йәшәйештә һәр бер нәмәнең дә үҙ башланғысы бар. Йылғаларҙың башы бәләкәй генә шишмәләр ҡушылдығынан хасил була. Минең дә ошо шиғриәт донъяһына килеүем бәләкәй генә шишмә башы кеүектер. Тыуған тупраҡтан һут алып, тулышып тиртеп сыҡты ул. Ағышы нисек булыр, һуңлабыраҡ юл алды шул. Ҙур йылғаға әүерелә алмаһа ла, уларға ҡушылып үҙ тауышы, үҙ ағышы менән ҡыуандырыр тигән өмөттә ҡалам», – тине Рима апай.

Бик мөһим, кәрәкле, матур, уңышлы сара ойошторолдо, тип уйлайым. Туған тел, һүҙ ҡәҙерен арттырыу, китап мөғжизәһен таратыу кеүек темаларға йәнле һөйләшеү алып барып күңелебеҙ булды. Шулай ауыл китапханаһына йышыраҡ йөрөйөк, китаптар уҡырға ла ваҡыт табайыҡ. Ә уҡырлыҡ китаптар бик күп, китап уҡыу күңелде тынысландыра ла, уйландыра ла, фәһем алаһың, фекерләйһең, һәр бер яҙма ошо үҙебеҙҙең тормоштан, йәшәйешебеҙҙән алынған. Ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторайыҡ, тип, бик ҡәнәғәт булып, Рима апайға яңынан-яңы ижади уңыштар юлдаш булһын тигән изге теләк менән таралыштыҡ.

Рәйлә АҠҺАРОВА
Яҡшымбәт ауылы

Читайте нас: