Юшатыр
-4 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Хаттар
5 Декабря 2017, 13:57
ШАТЛАНЫП ҠАЙТТЫҠ
Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбендә Әсәләр көнөнә бағышланған кисә булып уҙҙы.
Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбендә Әсәләр көнөнә бағышланған кисә булып уҙҙы.
Килеп кереүгә үк беҙҙе бик матур итеп биҙәлгән зал һәм береһенән береһе сибәр, байрамса кейенгән балалар ҡаршы алыуы күңелдәрҙе күтәрҙе. Әсәйҙәр ҙә, өләсәйҙәр ҙә килгән ине. Бында әсәләргә бағышланған бик күп матур һүҙҙәр яҙылып эленгән, балалар төшөргән әнейҙәренең рәсемдәре эленеп ҡуйылған.
Балалар моңло йырҙар йырланы, заманса дәртле бейеүҙәр бейене. Бик күп матур шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр. Бигерәк тә 10-сы класс уҡыусыһы Андрей Русаков С. Есениндың әсәһенә яҙған шиғырын уҡығанда, шағир үҙенең шиғырын ижад иткән саҡта кисергән кисерештәрҙе йөрәгебеҙ аша үткәргәндәй булдыҡ. Шундай оҫта итеп һөйләне. Ҡыҙыклы скетчтар ҙа ҡуйҙылар. Кисәне алып барыусыларҙың матур һүҙҙәре менән үрелеп барҙы. Беҙгә лә конкурстар әҙерләгәндәр, үҙебеҙ ҙә ҡатнашып ултырҙыҡ. Балалар беҙгә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.
Көндәлек мәшәҡәттәребеҙҙе ваҡытлыса булһа ла онотоп, кеҫә телефондарыбыҙҙы һүндереп, рәхәтләнеп ял итеп, ғәзиз балаларыбыҙ ҡуйған концертты ҡарап, күңелдәребеҙ булып, шатланып ҡайттык. Беҙгә шундай матур байрам әҙерләгән өсөн уҡытыусыларҙың барыһына ла һәм балаларға бик ҙур, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе әйткебеҙ килә. Уҡытыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ, гел «4», «5» билдәләренә генә уҡыған, бар ерҙә лә уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар теләйбеҙ. Ә балаларыбыҙ матур итеп уҡып, мәктәпте уңышлы тамамлап, алдағы тормоштарында ла уңышлы һәм иҫән-һау ғына булһындар!
Барлыҡ әнейҙәр исеменән
Миләүшә ГУДЕЕВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?