Все новости
Хаттар
12 Декабря 2017, 13:57

ЭШЛӘТӘ ЛӘ, ЯЛ ДА ИТТЕРӘ

Үткән шәмбе Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Сибай филармонияһының театрлаштырылған концерт программаһы булды.

Үткән шәмбе Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Сибай филармонияһының театрлаштырылған концерт программаһы булды. Кеше ныҡ күп килде, бөтә сығыштарҙы ла халыҡ көслө алҡыштарға күмде. Бай йөкмәткеле, шәп тамашаны Киров исемендәге хужалыҡ эшсәндәренә бушҡа ҡарау бәхете тейҙе. Уларға Яңы йыл алдынан хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев ошондай бүләк яһаны. Шулай уҡ ауылыбыҙ мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистарына, бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡандарға ла Киров хужалығы бушлай билеттар бүләк итте. Беҙгә 2,5 сәғәт ваҡыт иҫ китмәле матур, ҡурай һәм башҡа музыка ҡоралдары менән үрелеп барған концерт һәм тамашаны бушҡа ҡарау мөмкинлеге булдырғаны өсөн Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаевҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Рәмил Ғиләж улы эшләтә лә, эшләгән кешене күреп ял да иттерә белә. Беҙгә матур ял кисәһе бүләк иткәне өсөн уға тағы ла ҙур рәхмәт.

Киров хужалығы


Читайте нас: