Все новости
Хаттар
12 Декабря 2017, 14:18

ӘСӘЙ ҺҮҘЕ СЕРЛЕ

Мин һеҙгә үҙемдең ҡәҙерле әсәйем – Илсиә Илдар ҡыҙы Ҡунафеева тураһында яҙып үтәһем килә.

Мин һеҙгә үҙемдең ҡәҙерле әсәйем – Илсиә Илдар ҡыҙы Ҡунафеева тураһында яҙып үтәһем килә.

Әсәйем 1967 йылдың 9 декабрендә Аҡһары ауылының иң күркәм ғаиләләренең береһе булған Рушан һәм Илдар Иҫәнгилдиндарҙың 5-се балаһы булып донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән бик шуҡ һәм алсаҡ, апайҙарының оло ярҙамсыһы булып үҫә. Тыуған ауылының башланғыс мәктәбенән һуң, күрше Отрада мәктәбендә уҡый. Ә инде артабан Мәләүез ҡалаһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә.

1993 йылда Ырымбур өлкәһе егете, йәғни беҙҙең атайыбыҙ менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәтле ғаиләлә өс балаға ғүмер бирәләр. Ағайым Ринат әлеге көндә юғары белем ала, кесе ағайым Илсур эшләп йөрөй, ә мин Аҡһары мәктәбендә 9-сы класта уҡыйым.

Әсәйем, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Эшендә уны бик яраталар һәм хөрмәт итәләр. Сөнки ул һәр кемгә ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө. Олоғайған ата-әсәһенең дә оло терәге һәм ярҙамсыһы.

Мин дә әсәйемде бик яратам, хөрмәт итәм, уға тик иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Әсәй һүҙе – йырлы үҙе,

Йәшәү шикелле серле,

Әсәй һүҙе өлгө миңә,

Әсәй һүҙе тәьҫирле!

Элида ҠУНАФЕЕВА,
Аҡһары мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: